Туҡланыу ваҡ мәсьәлә түгел27.12.2013
Һау-сәләмәт булайым тиһәң, иң тәүҙә аш-һыуға иғтибар итергә кәрәк, ти белгестәр. Хәйер, Рәсәйҙә быға ҡолаҡ һалалармы? Әйҙәгеҙ әле, һүҙҙе сағыштырыуҙан башлайыҡ: хәҡиҡәт асығыраҡ күренәсәк.
Оҙаҡ ваҡыт сит илдә ғүмер иткән кеше булараҡ, әйтә алам: Европа магазиндарында иҫкергән аҙыҡты шунда уҡ ташлайҙар! Ризыҡтың яраҡлылыҡ ваҡыты үткәнлеген урындағы махсус хеҙмәткәрҙәр бер туҡтауһыҙ тикшереп тора.
Рәсәй магазиндарында иһә иҫкергән продукттарҙың һатылыуы һәм кешеләрҙең йыш ҡына насар аҙыҡ ашап ағыуланыуы бер кемгә лә сер түгел. Мин үҙем дә ошондай хәлгә тарыным, әммә проблема әлегә хәл ителмәйенсә ҡала. Әйткәндәй, күптән түгел баш ҡалабыҙға хоккей ярыштарын ҡарарға килгән сит ил ҡунаҡтары менән һөйләшергә насип булды. Улар ҙа ошо проблемаға туҡталды, хатта ресторанда иҫкергән аҙыҡ менән һыйланыуҙарын һәм күптәренең ағыуланыуын әйттеләр. Баш ҡалабыҙҙа халыҡ-ара кимәлдәге саралар үткәрелеп тора, сит илдәрҙән килеүселәр бермә-бер арта, шуға күрә урындағы етәкселәр, Өфөнө матурлау, ҡала урамдарына ҡыйбатлы, төҫлө иллюминациялы лампочкалар, плакаттар элеү, төҙөкләндереү эштәре менән бер рәттән, халыҡты хеҙмәтләндереү, магазиндарҙағы йә иһә йәмәғәт туҡланыуы урындарындағы аҙыҡ-түлектең һаҡланыу шарттарын, ваҡытын билдәләү кеүек сараларға ла иғтибарҙы арттырһа ине.
Режим тураһында ла әйтеп китмәү яҙыҡ булыр. Сит илдә тәртип көслө, сәғәткә ҡарап ҡына ашайҙар, ә беҙҙә кеше әйләнгән һайын тығына! Урамда, автобустарҙа көнбағыш сиртеп барһындармы, берәй нәмә кимерһендәрме... Ир-егет ҡулында — ауыр йөк түгел, ә һыра шешәһе! Ҡайҙа, кемгә барып инһәң дә, тупһанан күренеүең менән сәйнүккә үреләләр. Ә ашҡаҙан ҡасан ял итергә тейеш? Рәсәйҙәрҙе тикшереп ҡараһаң, һәр икенсеһенең ашҡаҙанында сей яра йә гастрит барҙыр, моғайын. Ә сит илдә гастрит диагнозы ҡуйылһа, зыҡ ҡубалар. Туҡланыуға ғәйәт ҙур иғтибар бүленә унда.
Һаулыҡты һаҡлау һәр кемебеҙҙең үҙенән тора. Сәләмәт йәшәйем тиһәгеҙ, туҡланыуға айырыуса иғтибарлы булығыҙ.


Вернуться назад