Йыл башында Өфө эшҡыуарҙары союзының йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса түләүһеҙ шәхси консультациялар уҙғарыласаҡ. Ай һайын үткәрелгән сараның маҡсаты — эшҡыуарҙарҙың юридик белемен арттырыу, уларға мәғлүмәттәр еткереү.
24 ғинуарҙа “Бизнес-партнер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Диана Киселева “Һалым һалыуҙы ҡулайлаштырыу һәм бухгалтерлыҡ иҫәбе алып барыуға сығымдарҙы кәметеү” тигән темаға консультация үткәрәсәк.
31 ғинуарҙа “АЯКС” фонды директоры урынбаҫары Ирек Ильясовтан бәләкәй һәм урта бизнесты алып барыуҙың юридик йүнәлештәре хаҡында мәғлүмәттәр алырға мөмкин.
7 февралдә “Респект” хоҡуҡ компанияһының реклама бүлеге начальнигы Эдуард Шәрәфетдинов “Реклама. Өфөлә тауар менән тәьмин итеү һәм хеҙмәт күрһәтеү” темаһына консультация бирәсәк.
Бындай саралар сәғәт көндөҙгө 4-тән киске 6-ға тиклем дауам итәсәк. Адресы: Өфө ҡалаһы, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 48/1. Белешмәләр өсөн телефон: 241-47-44. Алдан теркәлеү мотлаҡ.
Л. КОЛОКОЛОВА.