Уйна, көл! Тик абай бул!27.12.2013
Кешелек үҫешкән һайын төрлө бәлә-ҡаза ла күбәйә. Шул мәлдә ҡотҡарыусылар ярҙамға килә. Иң ауыр эш улар иңенә төшә. Бай тәжрибәләренән сығып, Яңы йыл байрамы алдынан тағы бер ҡат һеҙҙе абай, һаҡ булырға өндәйҙәр, сөнки был матур көндә лә кәйефте боҙған, хатта һаулыҡҡа, ғүмергә хәүеф янаған күренештәр осраштырғылай. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы начальнигы Валерий Хисаметдинов матбуғат конференцияһында хәүефһеҙлек саралары тураһында һөйләне.
Мәҫәлән, ниндәй Яңы йыл шыршыһыҙ булһын, ти! Бигерәк тә бала-саға көтөп ала был илаһи мәлде. Ана шуның өсөн дә ағасты ныҡлап беркетеп ҡуйырға кәрәк. Бәләкәс, тәтәй артынан үрелеп, уны өҫтөнә ауҙарырға мөмкин. Шыршының ботаҡтары стенаға, түшәмгә терәлеп, электр йыһаздарына яҡын тормаҫҡа тейеш. Уны биҙәгәндә мамыҡ ҡулланмаҫҡа тырышығыҙ. Лампочкалы гирлянда алюмин фольганан эшләнгән мишураға теймәһен. Юғиһә ҡыҫҡа ваҡытлы көсөргәнеш тыуып, ут тоҡанырға мөмкин. Уйынсыҡтар һайлағанда ярылмай торған, пластиктан булғандарына өҫтөнлөк бирегеҙ. Бер-бер хәл тыуа ҡалһа, бәләкәй балағыҙ йәрәхәтләнмәҫ. Йоҡларға ятыр алдынан шыршылағы уттарҙы һүндерегеҙ.
Тағы бер иҫкәртеү фейерверк, петарда осороуға ҡағыла. Йыл да һаҡһыҙ ҡыланыуҙан Яңы йыл кисәләрендә әллә күпме кеше зәғифләнә: күҙһеҙ, бармаҡһыҙ ҡала.
Бындай шартлатҡысты махсус магазиндан ғына алып, тышлығындағы яҙыуҙы иғтибарлап уҡып сығығыҙ, нисек ҡулланырға өйрәнегеҙ, әйберҙең ниндәй хәүефһеҙлек класына ҡарағанын тикшерегеҙ – 2-сенән дә юғары булмаһын.
Ниндәй хәүефһеҙлек саралары күрергә һуң?
i Балаларға тоҡандырырға рөхсәт итмәгеҙ.
i Тигеҙ майҙансыҡты һайлағыҙ. Йорттарға, ҡаралтыларға яҡын булмаһын.
i Тамашасылар 20-30 метрға ситкә китһен.
i Петарданың өҫкө, аҫҡы яғын теүәл асыҡлағыҙ, филтәгә утты ҡул һуҙымы алыҫлығынан тоҡандырығыҙ, өҫтөнә эйелмәгеҙ.
i Шаярып ҡына ла фейерверкты ҡарап тороусыларға тоҫҡамағыҙ, ә туп-тура һауаға төбәгеҙ. Петарда атылғанда ерҙәге ҡалғандарын күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, ҡыйшайып, кешеләр яғына осоп китмәһен.
i Ни сәбәптәндер фейерверк атылмаһа, 10 минут буйына янына бармағыҙ. Ҡулығыҙға алып эсен тикшерә башлай күрмәгеҙ!
i Шулай уҡ көслө елдә был эш менән булмағыҙ, шартлатҡысты кеҫәгеҙҙә йөрөтмәгеҙ, балаларға бирмәгеҙ.
Ниһайәт, ашаған-эскән ризыҡҡа иғтибарлы булығыҙ. Ниндәйҙер аҙыҡ-түлеккә аллергия тыуыуы бар, ә ҡайһы берәүһе менән ағыуланырға ла мөмкин.
Ҡунаҡҡа барһағыҙ иһә, бөтә нәмәне ентекләп тикшереп, янғын сыҡмаҫлыҡ, бурҙар төшмәҫлек итеп хәстәрлек күреп китегеҙ. Һаҡланғанды Хоҙай ҙа һаҡлармын тигән. Ә инде бәлә була ҡалһа, ҡотҡарыу хеҙмәтенең телефонын хәтерегеҙгә һалып ҡуйығыҙ: 112


Вернуться назад