Иғтибар үҙәгендә — ололар10.01.2012
Башҡортостан Хөкүмәтенең 2011 йылдың 29 декабрендәге ҡарары менән Хөкүмәт ҡарамағында Ветерандар эше буйынса координация советы ойошторолдо. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ул ололарҙы социаль яҡлау мәсьәләләрен көйләйәсәк.
Башҡортостан муниципалитеттарына ошондай уҡ координация советтарын ҡала һәм район хакимиәттәре ҡарамағында ла булдырырға тәҡдим ителде. Ҡарарҙың үтәлешенә контроль республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдиновҡа йөкмәтелде.
Л. ФӘРИТОВА.


Вернуться назад