Бер байрамда ҡатыным менән баш ҡалабыҙҙағы лимонарийҙы барып күреп, Башҡортостанда үҫкән лимон һутын алырға булдыҡ.
Беҙҙе уҡытыу-тәжрибә хужалығы етәксеһе Фәриҙә Садиҡова ихлас ҡаршы алды. Уның тураһында күп ишетеүебеҙгә ҡарамаҫтан, яҡындан аралашҡаныбыҙ юҡ ине. Фәриҙәнең атаһы Вәли ағай — Ейәнсура районының Байыш урмансылығында лесничий, әсәһе, Саҙиҡа апай, мәктәптә уҡытыусы булып эшләне.
Фәриҙә Вәли ҡыҙы беҙҙе лимонарий буйлап үҙе алып йөрөнө, һәр ағас, емеш тураһында төплө мәғлүмәт бирҙе. Бында үҙеңде ғәжәйеп бер мөхиттә кеүек тояһың, гүйә ожмахта йөрөйһөң. Баш осоңда — лимондар, танауыңды сәскәләр еҫе ҡытыҡлай, ғүмерҙә күрмәгән емеш-еләк үҙенә тарта, цитрус ағастары йәлләмәй емеш бирә... Өфө урман хужалығы техникумы ҡарамағындағы үҫемлектәр донъяһына һоҡланмау мөмкин түгел.
Фәриҙә Вәли ҡыҙы был эште Үзбәкстандан 24 төп лимон үҫентеһе алып ҡайтып башлап ебәргән. Берәүҙәр уның башланғысының һөҙөмтә биреренә бөтөнләй ышанмай, икенселәр көлөп ҡарай, Башҡортостан шарттарында лимон үҫтереп булмай, тип фараз итәләр. Әммә ҡаратырыш баҡсасы үҙ алдына ҡуйған маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн көсөн йәлләмәй. Үзбәкстандан тағы 1500 төп үҫенте алып ҡайтып ултырта, уларҙың йәшәү шарттарын, үҫтереү технологияларын ныҡлап үҙләштерә, күп әҙәбиәт уҡый, ил буйлап йөрөп, тәжрибә туплай. Лимон ағастарын бер гектар майҙанға ултырта, кәрәкле ашламалар индерә, технологияһын үҙләштерә, икенсе сорттарын сығарыу алымдарын да өйрәнә.
Был ғәжәйеп уҡытыу-тәжрибә хужалығы “лимонарий” тип атала. Әгәр ошолай тип кенә йөрөтһәк, уны сикләү, хатта кәмһетеп ҡарау булыр ине. Башҡортостан тәбиғәтенә хас булмаған нимә генә үҫмәй бында: инжир, гранат, гуава, фейхоя, лаур, кофе, банан һәм башҡа емештәр, сәскә-декоратив культуралар, емеш-еләк. Меңләгән һауытта сәскә һәм цитрус культуралары тәжрибә үтә, уларҙың күбеһе тормош практикаһына индерелде лә инде.
Лимонарий — Башҡортостан тарихында тәүге тәжрибә хужалығы. 2009 йылдан унда “Салауат”, “Урман”, “Ләйсән”, “Зилә”, “Уралтау” сорттары исемлеккә индерелгән. Бөгөн был хужалыҡ йылына 22 — 24 тонна лимон бирә. Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып приздар яулауы менән дә ифрат һөйөндөрә.
Лимонарий буйлап йөрөгәндә күп кешене, экскурсияға килгән делегациялар вәкилдәрен осраттыҡ. Улар бер тауыштан Фәриҙә Садиҡоваға рәхмәт әйтә, һоҡланыуын белдерә. Кемдер өйөнә сәскә үҫентеһе, емеш-еләк һатып алып ҡыуана. Икенселәре, был байлыҡ менән танышып, уны мәктәп уҡыусыларына, ауыл халҡына еткерергә тырыша.
Беҙ барған көндә Илеш районының мәғариф хеҙмәткәрҙәре, мәктәп директорҙары килгәйне. “Байрам көнөндә телевизор ҡарап ултырғансы, ошондай экскурсияларға йөрөү күпкә файҙалы”, — ти район хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәмзә Ямалов. Илештәр махсус магазиндан лимон, сәскә һәм башҡа үҫентеләр һатып алды. Үрге Йәркәй һәм Андреевка мәктәптәре директорҙары Рауил Рәхимйән улы менән Булат Зәки улының да тәьҫораттарын һораштым.
— Республикабыҙҙың бер мөғжизәһен күреп ҡыуандыҡ, — тине улар. — Үҙебеҙ өсөн күп ғилем алдыҡ, уларҙы балаларға, ата-әсәләргә мотлаҡ еткерәсәкбеҙ. Уҡыусыларыбыҙҙың үҙҙәрен дә бында алып киләсәкбеҙ.
Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостан Республикаһының
атҡаҙанған уҡытыусыһы.