Сәрүәр шишмәһе терелде25.12.2013
Ер йөҙөндә кешелектең барлыҡҡа килеүенә 3,5 миллион йылдан ашыуыраҡ тип иҫәпләй ғалимдар. XX быуатҡа тиклем ата-бабаларыбыҙ нисек тәбиғәткә зыян килтермәй көн итте икән? Ер, һауа, һыу, үҫемлектәр, төрлө йән эйәләре бер бөтөн булып, килешеп йәшәгән. Ир кеше хәрби хеҙмәткә киткәндә үҙе менән бер ус тупраҡ алған, уны һаҡлап йөрөткән. Тәбиғәтте һаҡлау иң мөһим бурыстарҙың береһе иҫәпләнгән.
“Нигеҙле йәки тамырлы ташты ҡуҙғатма” кеүек тыйымдар ҙа булған, сөнки оҙаҡ ятҡан таш аҫты әллә күпме йән эйәһенең йәшәү урыны булыуы ихтимал. Ағасты күп ҡырҡырға ярамай, гонаһы ҙур була тигәндәр.
Башҡа халыҡтар кеүек, башҡорттар ҙа һыуҙы изгеләштергән. Беҙҙең олатайҙар йәнтөйәкте йылға буйҙарында һайлаған — Төйәләҫ, Ҡамышлы-Үҙәк, Ҡарағайлы, Урғаҙа, Ҡыҙыл һәм башҡа ауылдар ошоға раҫ. Йорт һалыу өсөн нигеҙҙе лә һыу ярҙамында билдәләгәндәр. Төнгөлөккә яңы урынға, өҫтөн япмай бер биҙрә һыу ҡалдырғандар һәм иртәнсәк тикшергәндәр. Әгәр һыу өҫтөнә саң, бысраҡ ҡунһа насар урын, ә инде ул таҙа булһа нигеҙ өсөн тыныс ер, өй һалырға була. Шулай уҡ һыу менән төрлө ауырыуҙарҙы дауалағандар. Йыш ҡына таң һыуын ҡулланғандар. Ҡояш ҡалҡҡансы һыуҙа ҡойонғандар, ялан аяҡ ысыҡта йөрөгәндәр, яулыҡты ысыҡлы үләндә еүешләп ябынғандар.
Һыу — үҙе бер тәбиғәт мөғжизәһе, уның хәтере бар. Һыуға Изге Ҡөрьән сүрәләре, аяттары уҡып, ауырыу кешеләргә эсерәләр йәки йыуындыралар. Ул тылсым көсөнә эйә. «Тере һыу», «үле һыу» тиҙәр. Әле тәбиғәткә вәхшиҙәрсә ҡарау эсәр һыуҙың кәмеүенә килтерҙе. Күп илдәрҙә уны һатып алалар, ҡоҙоҡтарға йоҙаҡ эленгән. Тотонолған һыуҙы таҙартып, яңынан ҡулланған дәүләттәр ҙә бар.
«Эсәр һыуыңа төкөрмә», тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгәндер. Борон ҡояш байығас һыуға барыу тыйылған, һыу эйәһе Дәрйәне тынысһыҙларға ярамаған. Әгәр бик кәрәк икән, унан рөхсәт һорап ҡына алғандар. Ошоға бәйле халыҡта бик күп легендалар, риүәйәттәр йәшәп килә.
Мәҫәлән, Иҫке Сибай ауылындағы Сәрүәр шишмәһе. Атайсал (Сибай) ауылына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Билал була. Ул – бөгөн күп һанлы Билаловтар-Күсәбаевтарҙың ҡанбабаһы. Уның йорт нигеҙе әле лә һаҡланған. Билалдың бер улына Төркмән ауылынан Сәрүәр исемле кәләш төшөрәләр. Йәш килен һылыу ҙа, егәрле лә булған. Кәртә аръяғында ғына көмөштәй саф, таҙа Ҡарағайлы йылғаһы аҡҡан. Бөтә ауыл шул йылғанан һыу эскән. Бер саҡ Сәрүәр эңер төшкәс һыуға барған. Биҙрәһен йылғаға батырып һыу алайым тиһә, кемдер биҙрәне тота, ысҡындырмай, ти. Сәрүәр тарта, ә теге ебәрмәй икән. Ҡото осҡан килен шул ерҙә иҫе китеп йығылған. Ул оҙаҡ ауырып ята, буйындағы балаһы төшә. Билал ҡарт килененә йылғанан алыҫайтып, кәртә аръяғында бәләкәй генә ҡоҙоҡ ҡаҙҙыртып, һыу сығарта. Халыҡ уны Сәрүәр шишмәһе тип атай.
—Ошо шишмәгә 200 йылдан ашыу булыр, ти Фәүҡинур апай Билалова. –Был ҡоҙоҡтоң һыуы саф, йомшаҡ, тәмле. Беҙ бала саҡта эсә торғайныҡ. Һуңғы йылдарҙа, таҙартмағас, шишмә ҡороған.
Быйыл Иҫке Сибай ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы Сәрүәр шишмәһен тергеҙергә ҡарар итте. Ҡулдарына эш ҡоралдары тотҡан Мөслимә Вәлиуллина менән Разия Баймөхәмәтова апайҙар етәкселегендә ҡоҙоҡто таҙартып, һыу сығарҙылар, шишмәгә юл астылар. Иртәгәһенә ҡоҙоҡ мөлдөрәмә таҙа һыу менән тулған. Шишмә, үҙ юлын табып, Ҡарағайлы йылғаһына барып тоташҡан. Уға яңы һулыш биргән Зәкиә Йосопова, Рәйфә Айытҡолова, Әнисә Ғәлина, Зифа Янбаева һымаҡ тәбиғәтебеҙҙең яҙмышына битараф түгел кешеләр күберәк булһын ине.
—Борондан ҡоҙоҡ ҡаҙыу, шишмә таҙартыу сауаплы, изге эш һаналған. Ауылыбыҙ биләмәһендә тағы 18 шишмә иҫәпләнә, шуларҙың барыһын да ҡарап сығып, таҙартырға ҡарар иттек. был эшкә халыҡты күберәк йәлеп итергә уйлайбыҙ, – тине Мөслимә Тәхиә ҡыҙы.


Вернуться назад