Ҡолонбатҡан – күңел шифаһы25.12.2013
Ҡолонбатҡан – күңел шифаһыЙәшәргә көс биргән саф һыулы шишмәләребеҙҙе һаҡлау, уларҙы тәрбиәләү һәр кемдең изге бурысы икәнен яҡшы аңлай ҡаҙыршалар. Шуға күрә быйыл ауыл эргәһендәге шишмә, йылға буйҙарын төҙөкләндереү, ҡоҙоҡтарҙы таҙартыу буйынса байтаҡ эш башҡарылған.
Ҡаҙырша ауылына кергәс тә юлаусыларҙы Сәхип ҡоҙоғо ҡаршы ала. Был ҡоҙоҡ тураһында ауылдың аҡһаҡалы Нуретдин Игебаевтың һөйләгәндәренән:
– Элек ошо ерҙә Йәдкәр исемле кеше йәшәгән. Уның Сәхипъямал исемле ҡатыны булған. Бер көн ул ер аҫтынан урғылып сыҡҡан һыуҙы күреп ҡала һәм ҡайтып иренә әйтә. Ире ошо урында бура һуғып, ҡоҙоҡ ҡаға. Шунан бирле уны Сәхип ҡоҙоғо тип йөрөтәләр. Тимерлек эргәһендә булыуы арҡаһында Кузнец ҡоҙоғо исемле икенсе атамаһы ла бар.
Ҡаҙыршалар был ҡоҙоҡтоң ағас бураһын даими алмаштырып тора. Быйыл был изге ғәмәлде Ғәле Игебаев, Муса Билалов, Айбулат Тулыбаевтар башҡарып ҡуйған.
Ауыл халҡы әйтеүенсә, Ҡаҙырша ауылының эргә-тирәһендә элек егермегә яҡын шишмә булған. Бөгөн шуларҙың бер нисәүһе генә һаҡланып ҡалған. Шишмәләрҙең ҡороуына һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ та сәбәп булды.
Шуларҙың иң саф һыулыһы – Ҡолонбатҡан шишмәһен бөгөн танырлыҡ та түгел. Тирә-яғы кәртәләнеп алынған, шишмә башы таҙартылған. Бындай матурлыҡтың барыһын да ғаиләһе менән бергә Рәмил Юламанов үҙ ҡулдары менән булдырған. Улар шишмә янына ағастан һырлап-биҙәп төрлө һындар эшләгән. Һындарҙың береһе думбырала уйнаһа, икенсеһе бейеп йөрөй. Яҡындағы ҡайында үҫкән ағас бәшмәге бәләкәй айыу балаһын хәтерләткәндәй тойолғас, Рәмил күп уйлап тормай, буяп, янына солоҡ ҡуя. Хатта кәртәләп алынған ҡоҙоҡҡа сүмес тә элеп ҡуйылған. Бында килгән һәр кем ошо һауыттан шишмә һыуын тәмләп, һыуһынын ҡандырып, тәненә һәм йәненә сихәт алып китә.
– Ҡолонбатҡан шишмәһенең тарихына килгәндә, ошо урында элек һаҙлыҡ булған, – тип һүҙ башланы Рәмил Юламанов. – Тап ошонда ҡолонло бейә һыу эсергә килгән. Ҡолоно тубыҡланып һыу эсәм тигәнсә, шунда батҡан. Шунан ат тояғы эҙенән һыу барлыҡҡа килгән. Ауылдың ер-һыу атамаларына бәйле легендаларҙы киләсәк быуын белеп үҫһен, уны һаҡлаһын һәм ҡәҙерләһен тигән маҡсаттан, ғаиләбеҙ менән был шишмәне тәртипкә килтерҙек. Аша сығып йөрөргә баҫма ла эшләп ҡуйҙыҡ. Бөгөн бында ял урыны барлыҡҡа килде, – тине Рәмил.
Ысынлап та, шишмә буйы йылайырҙарҙың ял һәм дауа биреүсе урындарының береһенә әйләнгән. Иң мөһиме – Ҡолонбатҡан һыуы ҡоромаһын, сылтырап аҡһын да аҡһын әле!


Вернуться назад