“Аллаһ” һүҙе яҙылған тауға теймәйек25.12.2013
“Аллаһ” һүҙе яҙылған тауға теймәйекБашҡортостан ере гүзәллеге менән күптәрҙе таң ҡалдыра. Халҡым борон-борондан үҙен уратып алған тәбиғәт менән килешеп йәшәргә тырышҡан. Рухи мәҙәниәткә өҫтөнлөк бирелгән. Халыҡ, ил яҙмышы һәр саҡ оло йыйындар аша хәл ителгән. “Кәңәшле ил тарҡалмаҫ”, “Йолалы ил – тәртипле ил, йолаһыҙ ил – болалы ил” тиеүҙәрендә хаҡлыҡ булған.
Ошондай оло йыйындарҙың береһе Мәләүез районының Түбәнгеташ, Әбет, Ерек ауылдары янындағы Таллы тауында, Алатауҙа ойошторолған. Аҡһаҡалдар һөйләүенсә, бик борондан уҙғарылған был ерҙә йыйындар. Тағы ла Әбйәлил районы сәсәниәһе Гөлнур инәйҙең атаһы Хәйбулла Байрамғолов һөйләп ҡалдырған мәғлүмәт буйынса, Октябрь революцияһына тиклем беҙҙең Алатауҙа Ғабдулла исемле дәрәжәле ишан, сәсән, ғалим, әүлиә оло йыйын йыйған. Ул “Уралымдың аҫыл таштары, һайрар ҡоштары” тип аталған. Унда сәсәндәр, ғалимдар, дин әһелдәре, йырсылар, ҡурайсылар ҡатнашҡан. Зәйнулла ишан, Дәртмәнд Рәмиевтәр ҙә йыйынға килгән. Халыҡ рухи көс алып, маҡсаттар билдәләп, нурланып төшкән был тауҙан.
Халҡыбыҙ йолаларында тәрән мәғәнә һәм серле хикмәт бар. Улар халыҡты берләштерә, бер-береһенә яҡынайта. Йыйын уҙғарылыр урындар ҙа айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә булған. Таллыны (Алатауҙы) алайыҡ. Тауҙың башында Аҡмәсет мәмерйәһе бар. Был урында ғибәҙәт ҡылынған, зекер әйтелгән, теләктәр теләнгән. 1930 йылдарҙағы сәйәси ваҡиғаларҙан һуң йыйындар һирәк уҙғарыла башлай. Шулай ҙа йолабыҙ әле лә онотолмай. Йәйҙең йәмле мәлдәрендә Таллы байрамы үтә. Тирә-яҡ халҡы күңел асып, ер-һыуға, илгә бәрәкәт, именлек теләй. Ысынлап та, тауҙан күңелең ҡотайып, көсәйеп, сафланып төшкәндәй булаһың.
Тәбиғәт мөғжизәләре сикһеҙ. Тауыбыҙҙың изге урын икәнлеген иҫкәртепме, үҫкән ағастарҙан тау һыртына ғәрәп хәрефтәре менән “Аллаһ” һүҙе яҙылған. Яңы быуын кешеләре ғәрәп хәрефтәрен таный башлаған заманға тура килде был. Күрәһең, ул элек-электән булған. Тау һыртының ҡалған яҡтары шыма, ағасһыҙ.
Алатау теҙмәһендә Таллы, Боҫло, Бағырҙай, Шыуғантау һәм башҡа тауҙар бар. Һәр ҡайһыһының тарихы үҙенсәлекле. Элек-электән бер тауҙан боҫ күтәрелеп торғанға, халыҡ уға ошо атаманы биргән. Бағырҙай тауының исеме уның йылғаларынан алынған. Ошо тауҙар теҙеменән Ҡоро Бағырҙай һәм Һыулы Бағырҙай исемле йылғалар сыға. Яҙын ағып, йәйен ҡороғанға тәүгеһен халыҡ шулай йөрөтә. Икенсеһе иһә – тау-таш араһынан урғылып ағып ятҡан һалҡын һыулы йылға. Йәйҙең эҫе көндәрендә яланда эшләгән халыҡ бында һыуһынын ҡандырған. Исеме “һыуға бағыу, рәхмәт әйтеү” һүҙенән барлыҡҡа килгән. Шыуғантау, Ҡыҙыл Таш тауҙарының атамаһы ер һатыу тарихына бәйле. Килтәй старшина халыҡтың ризалығынан тыш урыҫтарға ер һатҡас, Нөгөш буйындағы тау өс көн, өс төн ниндәйҙер сәйер тауыш сығарып геүләгән, аҙаҡ икегә бүленгән. Шуға уны Шыуғантау тип исемләгәндәр. Халыҡ фекеренсә, ер-һыу рухы был ҡылыҡҡа ризаһыҙлығын белдергән.
Борондан кешеләр изге урындарҙы айырыуса һаҡлаған. Таллы тауы янында ултырған Түбәнгеташ ауылы – тирә-яҡтағы иң боронғоларҙың береһе. Элек-электән бында бик дини халыҡ йәшәгән. Өҫтәрәк Үргеташ һәм Кинйәбай исемле ауылдар булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар Нөгөш һыу һаҡлағысын төҙөгән осорҙа күсерелде. Үргеташ – илебеҙгә 1812 йылғы Ватан һуғышында ике данлыҡлы герой биргән ауыл. Улар – Ихсан менән Хөсәйен Әбүбәкеровтар. Кинйәбай иһә үҙенең боронғо ҡыҙҙар мәҙрәсәһе менән билдәле булған. Яҡын-тирәләге күп кенә шундай башҡорт ауылдарының юҡҡа сығыуы аяныс. Нөгөш һәм Һәргәй ауылдарында хәҙер ҡатнаш халыҡтар йәшәй.
Ауылдар бөтөү менән милли йолаларыбыҙ һәм тарихыбыҙ ер йөҙөнән юғала. Ғүмере буйына Таллыны төйәк итеп йәшәгән аҫаба халыҡ та үҙенең изге тауына хужа була алмай. Уның итәге ауыл биләмәһенә ҡараһа, башы – Милли парк ҡарамағында.
Башҡортостанда Ҡаратау, Алатау, Ямантау тигән тауҙар барлығы билдәле. Шуныһы ғәжәп: Ҡаҙағстанда ла Ҡаратау исемле тау һәм уның башында ла Аҡмәсет исемле мәмерйәһе булған изге урын бар. Халыҡ бында ла ғибәҙәт ҡыла. Таллыға (Алатауға) бик оҡшаш. Ҡаҙаҡ халҡы изге урындарын ҡәҙерләй белә. Бөгөн уларҙағы Ҡаратау хөкүмәт тарафынан һаҡлана. Беҙҙең Таллы ла ошондай ҡурсалауға мохтаж. Милли парктың хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, тау башында Ҡыҙыл китапҡа ингән һигеҙ төрлө үҫемлек үҫә.
Һүҙ юҡ, районда туризмды үҫтереү буйынса бик матур эштәр башҡарыла. Йәй Нөгөш ере туристар менән тулы. Ҡышын да туризмды әүҙемләштереү маҡсатында саңғы юлы, шифахана-һауыҡтырыу комплексы төҙөү проекты әҙерләнә. Уның Таллы тауы башында урынлашыуы тураһында һүҙ алып барыла.
Үткән аҙнала урындағы халыҡ менән төҙөлөштөң проект кураторы ҡатнашлығында ауыл йыйылышы булды. Түбәнгеташ халҡы бер һүҙҙән үҙенең ризаһыҙлығын белдерҙе. Саңғы юлын тау башына төҙөү – хилаф эш. Күҙ ҡараһындай һаҡлаған изге тауыбыҙға халҡыбыҙҙың һөйөүе лә, шатлығы ла, ҡайғыһы ла һеңгән. Тау түбәһе йыһанға бәйле, тигән аҡһаҡалдар. Шуға ла халыҡ ҡорбан салған, ғибәҙәт ҡылған. Тауҙа өс әүлиәнең ерләнеүе билдәле. Изге тауҙы ҡуҙғатһаҡ, илебеҙ, халҡыбыҙ өсөн афәт, бәлә-ҡаза килеүе ихтимал.
Таллы борон-борондан халҡыбыҙҙың мәҙәни һәм рухи үҙәге булып торған. Уның башында төҙөлөш эштәрен булдырмау хәйерле.


Вернуться назад