Урман башҡорттоң донъяһымы?25.12.2013
Урман башҡорттоң донъяһымы?"Ай Уралым, Уралым, барына ата Уралым, барына инә Уралым" — ошо изгеләрҙән-изге аманат быуындан быуынға тапшырылып, йөрәктәребеҙгә уйылған. "Аҫыл ағас үҫтереп, ҡош үрсеткән Уралым... Шыр урманда маһайып, лап-лоп баҫыр айыулы; һарайҙағы хан һымаҡ, эре йәшәр бөркөтлө; алдынан уҙғармаҫ күк ҡарсыға, ҡыйғырлы; тулы ҡойроҡ, ялбыр ял, өйөр һаҡлар айғырлы – бына шундай Уралым".
Уралтауҙың мөһабәтлеген, халыҡ тормошондағы әһәмиәтен бихисап тикшеренеүселәр ҙә үҙ хеҙмәттәрендә сағылдырған. Атаҡлы этнограф С.И. Руденко "Башкиры" китабында тәбиғәтебеҙҙе ошолай тасуирлай: "Түбәләре генә түгел, ә ипкендәре лә ғәйәт киң таш ителмәләре менән тулған, дымды туплаған һәм иҫәпһеҙ һыу сығанаҡтарына баш биргән рәт-рәт тау һырттары таш билғауҙа ята. Үҫемлектәр донъяһы ғәжәп күп төрлө. 1000–1600 метр бейеклектә таш сәселмәләре күренешендә тау-тундра һәм альп үҫемлектәре һибелештәре менән урман өҫтөнән юғары күтәрелгән тау соңҡалары күҙаллана. Аҫтараҡ — таш сәселмәләре араһынан ағып сыҡҡан шишмәләр һуғарған субальп болондары һәм тау һаҙамаҡтары һыҙаты. 54-се параллелдән көньяҡтараҡ — ҡарағас һәм ҡайын ҡатнаш ҡарағай урмандары. Ә шунан төньяҡтараҡ һәм 900 метр бейеклектән түбәндәрәк тауҙар шыршы урмандары менән ҡапланған. Тереклек донъяһы етерлек бай".
Башҡорттарҙың илен, көнитмешен ентекле өйрәнгән В.В. Крубер "Оренбургская Башкирия в лесохозяйственном и лесопромышленном отношениях" (1887) тигән хеҙмәтендә: "Урман — башҡорттоң донъяһы. Ул шунда үҫкән. Урман уны ашата, уға эш хаҡы бирә, йәшәү мөмкинлеге тыуҙыра, йорт кәрәк-ярағы өсөн нимә кәрәк, шуларҙың барыһы менән дә тәьмин итә", — тип яҙып ҡалдырған.
Эйе, урман туйындырыусыһы, кейендереүсеһе, донъяһын бөтәйтеүсеһе була ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең. Таулы-урманлы биләмәлә йәшәүселәр түбәндәге кәсептәр менән әүҙем шөғөлләнә: ағас ҡырҡыу, транса, таҡта ярыу, солоҡ соҡоу; тубырсыҡ йыйыу, сайыр ағыҙыу, аҡ шыршы майы етештереү, күмер яндырыу, туҙҙан дегет ҡайнатыу, ыҫмала ҡыуыу, һалабаш һыҙырыу, ҡайры, ҡабыҡ әҙерләү, ҡап һуғыу, арҡан ишеү; сана, саңғы, арба, кырандас, тәгәрмәс, дуға, ҡамыт, ыңғырсаҡ, эйәр, өҙәнге, ышлыя, көйәнтә, көрәк, һәнәк эшләү; мискә, сапсаҡ, күнәк, көбө, тәпән, табаҡ, сүмес, ижау, һоҫҡо, ҡашыҡ, тырыз, кәрзин, ҡаяҙ-моҙға, йәнә ишек, тәҙрә, яңаҡ, йөҙлөк, ҡапҡас, карауат, өҫтәл, шкаф, ултырғыс, һандыҡ яһау... Бындай көнкүреш әйберҙәренең байтағы бөгөн дә кәрәк. Күреүебеҙсә, урман, ысынлап та, халҡыбыҙҙың донъяһы килеп сыға. Ағас эшкәртеү һәм уға бәйле халыҡ шөғөлдәрен Мирза Муллағолов "Башҡорттарҙың урман кәсебе" китабында ентекле күрһәткән.
Башҡорт илендә ағас әҙерләү һәм эшкәртеү менән әүәл-әүәлдән төплө, остаздарса шөғөлләнгән төйәк — Иҙел башы, Иҙел йорт. Ул биләмәһенең ҙурлығы яғынан ғына түгел, урманға иң байы булыуы менән дә айырылып тора — 84 процент майҙанын урман тәшкил итә. Үҙәк, йәғни бейек өлөшөндә ғәмәлдә ылыҫлылар, көнбайышында — япраҡлылар, көнсығышында ҡатнаш урман үҫә. Шуға ла борон-борондан халыҡтың төп кәсебе ошоға бәйле. Белорет урмандарының торошон, уға ағас әҙерләүселәрҙең мөнәсәбәтен асыҡлау өсөн беҙҙең осорҙағы яҙмышына ҡыҫҡаса байҡау яһайыҡ.
Үткән быуаттың икенсе яртыһында был тармаҡ сәнәғәт тауарының 96 процентын бирҙе. Ағас әҙерләү менән "Башлес" берекмәһенең Белорет, Әүжән, Инйәр, Мулдаҡай, БАССР Ауыл хужалығы министрлығының Нура урман сәнәғәте хужалыҡтары (леспромхоздары), Белорет ағас әҙерләү һәм эшкәртеү комбинаты, Белорет урман хужалығы берекмәһе, Өфө урман сәнәғәте хужалығының ағас әҙерләү участкаһы, урман хужалыҡтары, шулай уҡ колхоздар һәм совхоздар шөғөлләнде. Йыллыҡ ағас әҙерләү һәм сығарыу 1 миллион кубометр самаһына барып баҫты, 5000–5500 гектар ерҙә урман ҡырҡылды.
Совет заманының биш йыллыҡтары осоронда бер нисә ағас бысыу һәм эшкәртеү цехы төҙөлдө. Әгәр туғыҙынсы биш йыллыҡта бөтә әҙерләгән ағастың 20 проценты эшкәртелһә, артабан был һан 35 процентҡа етте. Һал ағыҙыуҙы кәметеү һәм ағас бысыу күләмен арттырыу иҫәбенә бер кубометр ағастың тауарлылығы 20-25 процентҡа күтәрелде. Урман эшселәре ҙур илдең төрлө республикаларына, өлкәләренә төҙөлөш материалдары, целлюлоза-ҡағыҙ сәнәғәте, фанера комбинаттары өсөн сеймал оҙатты. Бынан тыш, урман сәнәғәте хужалыҡтары өҫтәл, ултырғыс, аш-һыу таҡтаһы, ҡалаҡ, кейем элгес, балта һәм көрәк һаптары, бумала, штакетник, сувенир кеүек тормош-көнкүреш кәрәк-ярағы, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары яһаны. Урман хужалыҡтары ҡарамағындағы өс АВМ агрегаты йылына меңәр тонна витаминлы ылыҫ оно әҙерләне. Сайыр ҙа ағыҙҙылар, дегет тә ҡайнаттылар, аҡ шыршы майы ла етештерҙеләр. Баҙар иҡтисады тыуғас, ҡулланыусы юҡлыҡтан, был шөғөлдәр бөтөүгә дусар булды.
Ҡайһы бер ыңғай күренештәр күҙәтелеүгә ҡарамаҫтан, урман сеймалын файҙаланыу яҡшырманы, ағас әҙерләү ҡалдыҡтары тейешенсә ҡулланыу тапманы. Күнегелгән технология буйынса ағас ҡырҡҡанда һәм сығарғанда ҡырҡындыларҙың һәр гектарында 10 кубометр самаһы олон киҫәктәре, нәҙек ағас ятып ҡалды. Дөйөм алғанда, ағастың 50-55 мең кубометр олон өлөшө һәм шул уҡ күләмдә тиерлек ботаҡ-сатағы әрәм-шәрәм ителде. Тимәк, ун йыл эсендә генә миллион кубометр ағас ҡалдығы ҡырҡындыларҙа яндырылды һәм серене. Бөтә ғүмерен урман эшенә арнаған урмансыларҙың: "Көньяҡ Урал урмандарын яндырып бөтөп барабыҙ", — тигән һүҙҙәре әсе дөрөҫлөк менән һуғарылғайны.
Ҡырҡындыларҙан төҙөлөшкә яраҡлы ағас ҡына алынды. Быныһы — бер. Икенсенән, түбәнге келәттәрҙә утын, таҡта ярыу ҡалдыҡтары, бысҡы онтағы, ағас табы ла юҡҡа сыҡты. Предприятиеларҙа, хужалыҡтарҙа йыл һайын 100 мең кубометрҙан ашыу икенсел сеймал йыйылды, аҙ өлөшө генә штакетник, штукатур трансаһы, технологик тап эшләү, яғыулыҡ өсөн ҡулланылды, ҡалғаны ташланды һәм яндырылды. Ғөмүмән, урман белгестәренең әйтеүенсә, Белоретта йыл һайын кәм тигәндә 150 мең кубометр ҡалдыҡ хасил булды. Уны файҙаланыу һәр йылды һис юғында 1000 гектар урманды ҡырыуҙан һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирер ине. Ғәмәлдә иһә ағас ҡалдыҡтарының 20 процент самаһы ғына эшкәртелде.
Төҙөлөш ағасына ихтыяж артҡандан-артты. Планды үтәү өсөн предприятиелар урман ҡырҡыу ҡағиҙәләрен боҙоп, беренсе сиратта ҡарағайға көс төшөрҙө. Шул арҡала артыҡ оҙаҡ торған япраҡлы ағас, уҫаҡлыҡтар күбәйҙе. Өҫтәүенә улар бәшмәк ауырыуҙары менән зарарланды. Ҡеүәтле эшкәртеү предприятиелары булһа, улар ҡырҡылыр, эшкәртелер ине.

(Аҙағы бар).


Вернуться назад