Ер-һыуыбыҙ имен булһа, беҙ ҙә йәшәрбеҙ25.12.2013
Ер-һыуыбыҙ имен булһа, беҙ ҙә йәшәрбеҙИлаһаң — ила, көлһәң — көл. Яңыраҡ ишеткән бер хәбәрҙән һуң шундай уй-тойғолар кисерҙем.
Өфөлә йәшәүсе бер ғаилә йыл һайын йәйге ял ваҡытында Башҡортостандың гүзәл тәбиғәте менән танышыуҙы матур ғәҙәткә әйләндергән. Быйыл улар йәмле Салауат районына юлланды. Юғары уҡыу йортонда бергә уҡыған курсташтары ла саҡырып торғас, батырыбыҙҙың тыуған төйәген, йырҙарҙа данланған Йүрүҙән буйҙарын күреп ҡайтырға ниәтләнеләр.
Алыҫ сәфәрҙән ҡайтҡас, танышым тәьҫораттары менән уртаҡлашты, иҫтәлеккә төшөрөп алып ҡайтҡан фотоларын күрһәтте. Ысынлап та, иҫ киткес сәйәхәт булған. Әммә һүҙ араһында әйткән хәбәре ныҡ тетрәтте. Салауат мәмерйәһенә барып ҡайтҡас, хужаларҙың алты йәшлек малайы былай тигән: "Күңелегеҙ булдымы инде шунда барып, батыр тигән Салауат та алкаш булған икән..."
Ейәндәр ауыҙынан ошо һүҙҙәрҙе ишетеү ҡот осҡос бит. Ысын мәғәнәһендә фажиғә. Унда йәмғиәтебеҙҙең сире, тәрбиәһеҙлегебеҙ, рухи зәғифлегебеҙ сағыла түгелме? Кескәй бала ауыҙынан йыш ҡына әйтелгән ошондай хәҡиҡәт яңағыбыҙға килтереп сапҡандай.
Ни өсөн әйткән һуң ул бала был һүҙҙәрҙе? Тарихи әһәмиәткә эйә булған ошо урын, батырыбыҙға йәшеренер ышыҡ биргән изге мәмерйәнең тирә-яғы, баҡһаң, иҫәпһеҙ-һанһыҙ шешә менән тулған икән.
Әлбиттә, ҡырағай туристарҙың мәҙәниһеҙлеге арҡаһында тәбиғәтебеҙ иҫ киткес ҙур зыян күрә. Әммә Салауат мәмерйәһе кеүек урындар һаҡлау аҫтында булырға тейеш түгелме икән ни? Бигерәк тә быйыл, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында, быға иғтибар итеү мөһим ине.
Үткәндәрҙе нисек кенә яманлаһаҡ та, элек тәбиғәттең йәш дуҫтары — "Йәшел патруль" һәм "Зәңгәр патруль" отрядтары була торғайны. Тәүгеләре тыуған төйәгебеҙҙең йәшел ҡалҡаны — урмандарҙы һаҡлауҙа, йәш үҫентеләр ултыртыуҙа, урмансыларға ярҙам итеүҙә ҙур эш башҡарһа, икенселәре үҙҙәре йәшәгән төбәктәге йылға-шишмәләрҙең торошон күҙҙә тотто, яр буйҙарын сүп-сарҙан таҙартты, шишмәләрҙе кәртәләне, тирә-яғына ағастар ултыртты, хатта ял итеп китер өсөн эскәмйәләр яһап ҡуйҙы. Матур ғәмәлдәрҙе әле лә дауам итергә нимә ҡамасаулай һуң беҙгә? Ғәмһеҙлегебеҙ, битарафлығыбыҙ, был миңә ҡағылмай, минең эшем түгел тип ҡарауыбыҙмы?
Яңыраҡ "Йәншишмә" гәзите аша Краснокама районының Яңы Бөртөк ауылынан VIII класс уҡыусыһы Айнур Ғәлин Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа асыҡ хат менән мөрәжәғәт итте. Уны шағирҙың киң билдәле шиғырынан түбәндәге юлдар менән башлап китә:
Мин башланам һеҙҙән, кешеләрем!
Күңелегеҙҙән һеҙҙең яралдым.
Йөҙөгөҙ аҡ булһын,
Минең кеүек,
Минең кеүек — Башҡортостан кеүек
Был донъяға тура ҡарарлыҡ.
Артабан үҫмер үҙҙәренең яғындағы һыуһыҙлыҡ проблемаһын, Танып менән Техтәм йылғаларының ҡороуын, өлкәндәрҙең киләсәкте уйламайынса, тәбиғәт ҡанундарын иҫәпкә алмайынса эш итеүҙәре — дамбалар төҙөлөүе, әрәмәлектәрҙең ҡырҡылыуы арҡаһында ошо хәлдең килеп сығыуын бәйән итә һәм халыҡ шағирынан был хаталарҙы нисек төҙәтергә кәңәш һорай. Үҫмер генә Айнурҙағы ватансылыҡ тойғоһона һоҡланмау мөмкин түгел! Ул ошо йәшендә үк: "Киләсәк быуынға тура ҡарар өсөн беҙ быны эшләргә тейеш!" — тип белдерә. Ошондай илһөйәр йәштәр күберәк булғанда тәбиғәтебеҙҙе һаҡлап ҡалырға ышанысыбыҙ бар һымаҡ та ул. Тик уларҙың башланғысын күтәреп алырлыҡ, ярҙам итерлек, таяныс булырлыҡ өлкәндәр ҙә кәрәк. Тағы ла аҫаба халыҡтың хоҡуҡтарын яҡларлыҡ ҡанундар булыуы, иң мөһиме — уларҙың эшләүе шарт.
Юғиһә, күреп торабыҙ, Рауил Бикбаев әйткәнсә, илемдә илемде һағынам, тип йәшәп ятабыҙ түгелме? Ерҙәребеҙҙе ниндәйҙер килмешәктәргә, шикле кешеләргә 49 йылға ҡуртымға бирәбеҙ ҙә үҙебеҙ аҙаҡ кәртәләп алынған шул урынға миндеккә лә, еләккә лә бара алмайбыҙ. Бындай миҫалдар бик күп: Ҡариҙелдә лә, Нуриманда ла, Әбйәлилдә лә... Шәхси мөлкәткә әйләнгән был ерҙәрҙе ярты быуаттан һуң дәүләттеке тип әйтеп ҡара... Замандар ҙа, етәкселәр ҙә, ҡанундар ҙа үҙгәрә, нисек иҫбатларһың? Үҙ еребеҙҙә ялан ҡыҙыра, үҙ йылғаларыбыҙҙа балыҡ тота, һыу инә алмай йәшәйбеҙ.
Сер түгел: Өфө тирәһендәге бөтә күлдәрҙең хужалары бар, һыу инәм, балыҡ тотам тиһәң, шлагбаум янында торған кешегә башта мул ғына аҡсаңды сығарып һалырға тейешһең. Бындай сара тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән дәүләт кимәлендә башҡарылһа, аңлашыла, әммә күп осраҡта әлегәсә "баҫып алыуҙар" йылғыр, шуҡ бәндәләрҙең баш-баштаҡлығы арҡаһында эшләнә.
Мәҫәлән, ошондай "һаҡ" Архангел районының Абҙан ауылы эргәһендәге Атыш шарлауығы янына килеүселәр өсөн бик кәрәк булыр ине. Сөнки ундағы тәртипһеҙлекте күреп, ял итергә барған ерҙән кире китергә мәжбүр булдыҡ. Абҙан ауылы халҡына Алла ярҙам бирһен! Майҙан алып сентябрь бөткәнсе кешеләргә тынғы юҡ. Көнө-төнө музыка, аҡырыш, машиналар тауышы, эскелек, иҫеректәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәт асыҡлауы, аҙым һайын аунап ятҡан шешәләр, пластик һауыттар, төргәктәр, аҙыҡ ҡалдыҡтары, ҡағыҙҙар, полиэтилен тоҡсайҙар... Тир еҫе, шашлыҡ еҫе, ғәфү итегеҙ... бәҙрәф еҫе... Ҡыҫҡаһы, антисанитария. Ошондай шарттарҙа ниндәй ял булыуы мөмкиндер инде, аптырарһың. Тәбиғәттә тын ҡалып балыҡ ҡармаҡларға, ҡоштар тауышын тыңларға, ҡолас ташлап йөҙөргә, шау-шыулы ҡала тормошонан аҙ булһа ла ял итергә тип килмәйбеҙме ни?!
Тағы бер нәмәгә аптырайым: Өфө халҡының йәки ауыл кешеләренең һәр береһенең, башҡа ҡалаларҙа йәшәүселәрҙең — ҡала ситендәме, үҙҙәренең тыуған яҡтарындамы — баҡсалары, дачалары бар. Шул 4–8 сутый ерҙәрендә нимә генә үҫтермәйҙәр ҙә нисек кенә тәрбиәләмәйҙәр... Бер сантиметр ерҙә бер сүп күрмәҫһең. Күршеһе яңылыш ҡына бер аҙымдай еренә инеп китһә, оло ғауға ҡуптаралар. Башҡортостаныбыҙ ҙа — барыбыҙ өсөн дә үҙе бер ҙур гөлбаҡса ла баһа, ниңә уға ҡарата шундай уҡ мөнәсәбәттә түгелбеҙ, ниңә тыуған еребеҙ, һыуыбыҙ өсөн янмайбыҙ, көймәйбеҙ? Еребеҙгә ситтәр хужа булып ятҡанда өндәшмәйбеҙ!
Тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашыбыҙ Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында ғына күрһәтелергә тейеш түгел! Исмаһам, был йылда республикабыҙҙа матур эштәр башҡарылыуы менән күңелебеҙҙе әҙерәк йыуата алабыҙ. "Башҡортостан" гәзите журналистары, мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районына барып, урындағы халыҡ менән бергә ағас ултыртты. Бер нисә йылдан унда "Башҡортостан" исемле аллея шаулап үҫер, "Ашҡаҙар" радиоһы Стәрлебаш районында үҙ исемендәге аллея булдырҙы. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тотош бер көнлөк тапшырыуҙарын тәбиғәткә арнаны, проблемалар ҙа, матур эштәр ҙә күрһәтелде. Ошо уңайҙан "Эҙәрмән" тапшырыуы журналистарының да һуңғы сәйәхәттәрендә тыуған төйәгебеҙҙең матурлығы, тәбиғәт ҡомартҡылары хаҡында һөйләп кенә ҡалмайынса, ә ең һыҙғанып үҙҙәре үк уны һаҡлауҙа өлгө күрһәтеүҙәрен билдәләп китмәй булмай. Салауат районында батыр исеме менән бәйле урындарҙа шишмәне таштарҙан таҙартып, тирә-яғына шыршылар ултыртып, эскәмйә ҡуйып, баҫмаларҙы рәтләп китеүҙәре, урындағы халыҡты ҡуҙғатыуҙары башҡа райондар өсөн дә миҫал булып торорға тейеш. Әлеге тапшырыу журналистары Булат Кәримов менән Гүзәл Хәмитованың Архангел урман хужалығындағы хужаһыҙлыҡ хаҡында ла тәғәйен етәкселәргә аныҡ һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүҙәре, Башҡортостан урмандарының сит өлкә кешеләренә һатылыуын, ә уларҙың үҙҙәренән һуң сүп-сар ғына ҡалдырыуын күрһәтеүҙәрен һөнәри ҡыйыулыҡ тип атарға мөмкин. Афарин!
Һуңғы йылдарҙа республикабыҙ мәктәптәрендә тағы ла бер матур йола барлыҡҡа килде. Беренсе класҡа уҡырға килгән бәләкәстәр менән белем усағын тамамлаған ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәренән һуң иҫтәлеккә ағас ултыртып ҡалдыра. Беренселәр ун бер йылдан мәктәпте тамамлағанда, ағастары шаулап үҫеп ултырасаҡ. Ә уҡып бөтөп китеүселәрҙе осрашыуға килгән һайын үҙҙәренең ҡайындары, миләштәре ҡаршы аласаҡ. Был һәйбәт йолаға бөтә мәктәптәр ҙә ҡушылһа, ауылдарыбыҙҙа, ҡалаларыбыҙҙа йәшеллек тә күбәйер, һауа ла саф булыр. Бөтөнләй ағас ултыртылмаған яланғас белем усаҡтары ла юҡ түгел әле республикабыҙҙа. Улар өсөн кемдәрҙер килеп эшләр тип көтәләрҙер, ахыры, һаман да. Быйыл көҙ баш ҡалабыҙҙың Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы гимназияһына ла "Урал" халыҡ үҙәге һәм Калинин районының инвалидтар йәмғиәте башланғысы менән 140 төп ағас ултыртылды. Ә бит белем усағының асылыуына әллә нисә йыл!
Өфө районының Шамонин ауылындағы мәктәбе тирә-яғында ла Ватан һуғышының 200 йыллығына арнап 200 ағас “төпләнде”. Уны Илдар Шәйәхмәтов менән "Төньяҡ амурҙары" егеттәре уҡыусылар менән берлектә ултыртты.
Һанай китһәң, һәйбәт эштәребеҙ ҙә ярайһы икән. Әммә беҙҙе инде ун йыл Башҡортостанда йәшәгән Вьетнам кешеһенең баш ҡалаға яҡын райондарҙың береһендә, ерҙе ҡуртымға алып, сүп-сар эшкәртеүсе завод асып, полиэтилен пакеттар етештереүе лә уйландырырға тейеш түгелме икән? Ниңә шундай эштәргә үҙебеҙҙең кешеләр тотонмай? Ниңә беҙ һаман да кемдеңдер ҡул аҫтында, ситтән килгән хужаға буйһоноп, баш баҫып, ҡол булып йәшәргә, эшләргә тейеш? Улар беҙгә килгән һәм улар беҙгә эшләргә бурыслы! Ана шундай һәр нәмәлә хужаларса ҡараш булмай тороп, еребеҙҙе лә, илебеҙҙе лә, тәбиғәтебеҙҙе лә яҡлай алмаясаҡбыҙ.
Тәбиғәт беҙҙе ашата, кейендерә, рухыбыҙҙы үҫтерә. Тәбиғәткә ҡарата тейешле хәстәрлек күрелмәһә, кешелек һәләкәткә барасаҡ. Ер-һыуыбыҙҙы һаҡлаған хәлдә генә беҙ үҙебеҙҙе лә һаҡлап ҡаласаҡбыҙ.
Һүҙемде шиғыр юлдары менән тамамлағым килә:

Экология боҙолған һайын,
Онкология шәбәйә бара.
Кешелек Ерҙә ҡулдары менән
Үҙенә үҙе ҡәберҙәр ҡаҙа.

Тәбиғәт сирләй, китә йәмдәре,
Боҙолған һайын кеше йәндәре.
Экология – халыҡтың рухы,
Ҡоротмайынса һаҡлайыҡ уны.


Вернуться назад