Рәсәй Хөкүмәте 2012 — 2014 йылдарҙа торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙең федераль стандарттарын раҫланы. Ҡарарҙа ил буйынса уртаса һәм һәр төбәк буйынса айырым стандарттар билдәләнгән.
Мәҫәлән, дөйөм торлаҡ майҙанының 1 квадрат метрында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең иң ҙур хаҡы 2012 йылда Рәсәй буйынса уртаса бер айға — 97,2 һум, 2013 йылда — 104,5, 2014 йылға 111,8 һум тәшкил итәсәк. “Был аҡса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләү өсөн граждандарҙың айырым категорияларына ярҙам күрһәтеү өсөн төбәк бюджеттарына бирелгән субвенциялар күләмен иҫәпләү маҡсатында ғына файҙаланыла”, — тиелә ҡарарҙың аңлатыусы яҙмаһында.
Бер квадрат метрҙы капиталь ремонтлау хаҡы 2012 йылда ил буйынса дөйөм алғанда бер айға — 6 һум, 2013 йылда — 6,5, 2014 йылда 7 һум тәшкил итәсәк.
Шулай итеп, 2012 һәм 2013 йылдарҙа торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең рөхсәт ителгән хаҡ стандарты артасаҡ, ә капиталь ремонттыҡы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2010 йылдың 28 сентябрендәге “2011 — 2013 йылдарға торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙең федераль стандарттары тураһында”ғы ҡарары менән ошо уҡ йылдарға билдәләнгән стандарттар менән сағыштырғанда кәмейәсәк.
Башҡортостанға килгәндә, республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәр хаҡы рөхсәт ителгән күрһәткестән бер ни тиклем түбән, ә капиталь ремонтҡа хаҡ, киреһенсә, юғары. 2012 йылға был һандар ярашлы рәүештә 62,2 һәм 6,6 һум, 2013 йылға — 66,9 һәм 7,1, 2014 йылға 71,6 һәм 7,6 һум тәшкил итәсәк.
Әлфиә ШӘРӘФЕТДИНОВА.
“Башинформ”.