Бер ҡарағас бәләһе25.12.2013
Һаумыһығыҙ, «Башҡортостан» гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙән ярҙам һорап, үҙебеҙҙең аяныслы һәм сетерекле хәлде яҙмаҡсы булдым. 1929 йылғы атайым Әғзәм Ҡотлобай улы Яныбаев Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге, унан һуңғы бөтә ауырлыҡтарҙы татып үҫкән тыл һәм хеҙмәт ветераны ине. Бәләкәйҙән атаһына эйәреп артелдә эш башлай, үгеҙ егеп, урмандан ағас ташый, бынан тыш, сайыр ағыҙа, хат ташыусы булып эшләй, ҡырҡ саҡрымдағы Амангилде ауылынан аҙыҡ-түлек килтерә…
Дүрт йылдан ашыу түшәктә ятҡандан һуң, быйыл сентябрь аҙағында мәрхүм булды атайым. Туғандар, ауылдаштар менән бергәләп, ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙаттыҡ. Әммә был хәлдең аҙағы хәсрәтле, хатта аяныслы ла булыр тип кем уйлаған?!
Беҙҙең Хәмит ауылында борон-борондан ҡәбер өҫтөнә ҡарағастан бура ултыртып, таш ҡаҙап ҡуялар. Атайымды ерләгәндә был йоланы үтәү өсөн ир-егеттең ҡайһылары – таш, ҡайһылары ҡарағас артынан китте. Барыһы ла ыңғай ғына башҡарылды ул көндө.
2 ноябрҙә, мәрхүмдең етеһен уҡытҡандан һуң, тикшереүҙәр башланды. Үҙебеҙҙең участковый өйгә килеп инде. Аптырап киттем. «Яныбаев ошонда йәшәйме? Ҡарағасты ҡайҙан алдығыҙ? Кем алып килде?» – ти. Әғләм ҡустыма көн бөттө: һорау алыуҙар, тикшереүҙәр, ҡурҡытыуҙар башланды. Элек-электән урлашып көн күргән булһа, яуап бирә белер ине, ә ул эшләп ашай, балаларын хәләл көс менән үҫтерә.
Бер төп ағас өсөн 52 мең һум штраф түләргә ҡуштылар, бысҡыһын тартып алдылар. Ныҡыша торғас, Сибайҙа уҡыған балаларының машинаһын да ҡаланан район үҙәге Асҡарға алып килделәр ҙә «штрафты түләгәнгә тиклем» тип бикләп ҡуйҙылар.
Был донъяның тигеҙһеҙлегенә аптырарһың. Ауыл халҡы менән район етәкселегенә хат яҙҙыҡ. Файҙа сыҡманы. Дөрөҫлөктө эҙләүсе юҡ. Атайымдан алда, унан һуң да донъя ҡуйғандар булды, әммә уларҙың туғандарын һорау алып йөҙәтмәнеләр бит. Ә 84 йәшлек бабайҙың ҡәберенә тиклем тикшерҙеләр. Әйтегеҙ әле, кешеләр, атайымдың балаларының рәнйеше кемгә кәрәк булды икән?
Үлер көнөңдө белеп, ҡарағасты алдан үҫтереп, уны ҡырҡыу өсөн рөхсәт билетын хәстәрләп ҡуйып булмай. Ябай халыҡҡа ярҙам итмәгәс, ниңә беҙгә депутаттар, хужалар? Ҡарағас алып килергә ризалашҡан туғаныбыҙға хәҙер көн бөттө. Ошоға тиклем бер кемдең дә, бер ҡасан да «ерләү өсөн ҡарағас һорап билет яҙҙырығыҙ» тигәне булманы. Күрше ауыл, район үҙәге зыяраттарында ла ҡарағастан бура ултырталар.
Ҡустымды бөгөн дә саҡырттылар. Нимә тип ҡайтыр инде? Ярай, штрафты малыбыҙҙы һатып булһа ла түләрбеҙ. Ә бынан һуң ауыл халҡы нимә эшләр икән?
РЕДАКЦИЯНАН. Был хат һәр кемде уйланырға мәжбүр итер, моғайын. Уны уҡығас та, тормошобоҙ ошо көнгә ҡалдымы инде, тигән уй килә. Бер ҡарағас бәләһе мең һорау уятты. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, гәзит уҡыусылар?