Сүпләйбеҙ ҙә... Кем йыйыр һуң?25.12.2013
Сүпләйбеҙ ҙә... Кем йыйыр һуң?Советтар заманында киң таралған металл һыныҡтары, макулатура, сепрәк-сапраҡ йыйып дәүләткә тапшырыу йолаһы ни өсөндөр бөгөн онотолдо. Металл тигәндән, хәҙер уны табыуы ҡыйынлашты, сөнки ҡулынан килгән һәр кем тейешле урынға тапшыра бара. Элекке гөрләп торған баҡсаларҙа ла хәҙер бер нәмә ҡалманы. Берәҙәктәр, эскеселәр йәки бурҙар йыш ҡына унда, кем әйтмешләй, “обход” эшләп сыға, көрәк, тырма кеүек эш ҡоралдарын алып китә.
Ә бына макулатураға килгәндә, уны хәҙер бөтә ерҙә лә осратырға була: подъезда, урамда, туҡталышта, магазин эргәләрендә “һары матбуғат” биттәре, реклама гәзиттәре, буклеттары, китаптар, төрөү материалдары, ҡағыҙ ҡумталар...
Шундай ваҡыт бар ине: һәр кәнфит тышын, дәфтәр битен тәҫләп һалып барып, макулатураға тапшырҙыҡ. Өйҙән дә ташый инек, таныш-тоношҡа, туғандарға, әсәй-атайҙың эшенә барып та алдыҡ. Һәр кем үҙ класы өсөн тырышты, кем күберәк йыйыуға конкурс, ярыштар үткәрелде. Бөгөн иһә мәктәптәге ҡағыҙ өсөн ҡуйылған кәрзиндәр көн һайын сүплеккә түгелә. Сүплек янында шулай уҡ күпләп китап, гәзит төргәктәрен, дәфтәрҙәрҙе күрергә була. Уларҙы үткел ел ҡала урамдарына тарата.
Сауҙа киосктары, магазиндар артындағы ҡағыҙ ҡумталар, төрөү материалдары —ҡиммәтле тәбиғәт байлығы. Ә махсус машиналар уларҙы көн һайын ҡала сүплегенә илтеп бушата. Беҙгә, бер килограмм ҡағыҙ етештереү өсөн 100 килограмм ағас эшкәртергә кәрәк, тип өйрәттеләр. Тәбиғәткә шул тиклем һаҡсыл булмауыбыҙ ошо бәләкәй генә миҫалда ла асыҡ күренә.
Билдәле булыуынса, урман — төп кислород бүлеүсе. Ул булмаһа, һауала углекислый газ, башҡа ағыулы һәм зарарлы матдәләр күбәйә. Ҡалалағы асфальт, бетон, авто-мототранспорт саңы, төтөнө төрлө ауырыуҙарға сәбәпсе.
Беҙҙең планета шулай барлыҡҡа килгән: унда артыҡ әйбер юҡ. Бөтә нәмә бер-береһен тулыландырып, бер-береһенең йәшәйешенә ыңғай тәьҫир итә. Әгәр ошо гармония боҙолһа, биологик тигеҙлек юҡҡа сыға, һөҙөмтәлә төрлө бәлә-ҡазалар була.
Был кире күренештәрҙе, тәбиғәт һәләкәттәрен иҫкәртеүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Мәктәптәргә, мәҫәлән, макулатура һәм металл һыныҡтарын йыйыу буйынса эште йәйелдерергә, был эште ойошмаларға, предприятиеларға ла йөкмәтергә була. Ағас ултыртыу, ҡала, ауылдарҙы йәшелләндереү эшен дә онотмаҫҡа кәрәк. Йәшел үҫентеләр матурлыҡ өсөн дә, һауаны таҙартыу йәһәтенән дә бик мөһим. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: шыршылар ҙа, ҡайындар ҙа, миләш-балан да юҡ икән, уларҙың урынына яһалма ботаҡтар, йәшеллек урынлашҡан, ти. Ул ваҡытта беҙ сәләмәт булмаясаҡбыҙ. Тештәребеҙ ҙә, тиребеҙ ҙә, ҡан тамырҙарыбыҙ ҙа, йөрәгебеҙ ҙә, күңелебеҙ ҙә ауырыуға әйләнәсәк. Шуға күрә ҡулыбыҙҙан килгәнсә тәбиғәтебеҙҙе, тирә-яҡ мөхитебеҙҙе һаҡлайыҡ.


РЕДАКЦИЯНАН. Эйе, автор хаҡлы, бик көнүҙәк мәсьәлә күтәрә. Икенсел сеймалды йыйып, эшкәртеп бына тигән ҡулланыу тауарҙары эшләргә мөмкин бит. Бер генә сүбен дә әрәм-шәрәм итмәгән япон, ҡытай халыҡтарынан өлгө алып булмаймы ни?! Ҡайҙа беҙҙең шундай эшкә тотонорлоҡ эшҡыуарҙарыбыҙ? Әйҙәгеҙ, шул турала уйлашайыҡ, фекер алышайыҡ, йәмәғәт.


Вернуться назад