Ошо көндәрҙә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы төбәк бүлексәһенең Сибайҙағы ҡабул итеү бүлмәһендә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Нур Азамат улы Тажетдинов тәүге тапҡыр һайлаусылары менән осрашты.
Депутатҡа ун дүрт кеше мөрәжәғәт итте. Улар араһында Алтын, Көньяҡ, Таулы һәм Арҡайым ҡасабаларының территориаль йәмәғәт үҙидараһы ағзалары, торлаҡ милекселәре ширҡәттәре рәйестәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, пенсионерҙар бар ине. Нур Азамат улы мөрәжәғәт итеүселәр менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеп кенә ҡалманы, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе шунда уҡ хәл итергә тырышты.
Мәҫәлән, ҡырҡ йылдан ашыу сәнәғәт тармағында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Иҫке Сибай ауылы уҙаманы Ғ.М. Ғәлин әрмелә хеҙмәт иткән һәм юғары уҡыу йортонда белем алған йылдарын дөйөм стаждан алып ташлауҙары сәбәпле ярҙам һораны. Бер нисә тапҡыр судҡа мөрәжәғәт итһә лә, мәсьәлә хәл ителмәй, яуап хеҙмәт ветеранын ҡәнәғәтләндермәгән.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ике китап авторы Тимерғәле Бүләковты әҫәрҙәрен мәктәп программаһына, йәғни дәреслектәргә индереү мәсьәләһе борсой. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау темаһын ҡыйыу күтәргән автор йәш быуынды тәрбиәләү йәһәтенән үҙ әҫәрҙәренең дә әһәмиәтле булыуын белдерҙе. Нур Тажетдинов был мәсьәлә буйынса Мәғариф министрлығына мөрәжәғәт итергә вәғәҙә бирҙе.
Ҡасабаларҙа йәшәүселәр юл һалдырыуҙа, газ, электр уты һәм һыу үткәртеүҙә ярҙам һораһа, Арҡайымдан Асия Иҫәнғолова медпунктты ҡайтанан асыу ихтыяжы тыуыуын белдерҙе.
– Дарыу һатып алыу йәки укол һалдырыу өсөн ҡалаға йөрөү ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра, – тине ул. – Көн һайын тиерлек “Ашығыс ярҙам” машинаһы саҡыртырға тура килә. Көнөнә әллә күпме яғыулыҡ әрәм итеп машина ҡыуғансы, ҡасабаға фельдшер тәғәйенләү күпкә отошлораҡ түгелме һуң?
Депутат һәр кемде диҡҡәт менән тыңланы, барыһына ла ҡулынан килгәнсә ярҙам итәсәген белдерҙе. Әйткәндәй, Нур Тажетдинов йыш ҡына ҡала кимәлендә үткәрелгән сараларҙа бағыусы булараҡ ярҙам итә, милли матбуғатты таратыуға ла өлөшөн индерә.