Ниндәй яҙмыш?25.12.2013
Ниндәй яҙмыш?Төптәренән киҫеп ағастарҙы,
Мәрмәр таштан һарай һалалар.
Йөрәккәйем әрней, тәҡәтем юҡ,
Асыла бит тағы яралар.

Тирәккәйҙәр төптән киҫелһә лә,
Һыҙлаһа ла ауыр яраһы,
Тамырының йәшәү көсөн һаҡлап,
Бар бит әле юлдар яраһы.

Һоҡландыра, ҡайҙан көс табыла,
Таштар тишеп, юлдар ярырлыҡ?!
Тәбиғәттең илаһилығына
Иҫтәр китеп, хайран ҡалырлыҡ!


Вернуться назад