М. Горький исемендәге ауыл хужалығы кооперативының эш тәжрибәһе һәр саҡ өлгө итеп ҡуйыла. Был юҡҡа түгел. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, район Советы депутаты Иршат Ғилфанов етәкселек иткән предприятиеның ҡаҙаныштары һоҡланырлыҡ. Йәмғиәт эште оҫта ойоштороп ҡына ҡалмай, социаль мәсьәләләрҙе лә уңышлы хәл итә, ауыл инфраструктураһын яҡшыртыуға тос өлөш индерә.
Бында үҫемлекселек тә, малсылыҡ та юғары кимәлгә ҡуйылған. Баҫыуҙарға йыл һайын 400 тонна органик ашлама сығарыла. Былтыр бөртөклөләрҙең һәр гектарынан уртаса 30 центнер уңыш алынып, тулайым йыйым 60 500 центнер тәшкил иткән. Беренсе тапҡыр 120 гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө сәселгән, уның гектар ҡеүәте 300 центнерға еткән.
Киләсәктә малсылыҡты үҫтереү, тоҡомло малдар үрсетеүҙе күҙаллап, хужалыҡ Удмуртиянан 111 баш ҡара-сыбар тоҡомло мал һатып алған. Әле хужалыҡта 1 300-ҙән ашыу баш мал аҫрала. Һыйыр малының тәүлек артымы 600 грамға барып етә, тәүлек һауым 3 900 килограмм тәшкил итә. Үткән йылда 14 мең центнер һөт етештерелеп, хужалыҡ кассаһына байтаҡ аҡса ингән. Етерлек бесән, сенаж, силос, һалам, фураж оно әҙерләнеп, һәр шартлы баш малға 41 центнер иҫәбенән аҙыҡ берәмеге етештерелгән. Хеҙмәт хаҡы, һалым үҙ ваҡытында түләнә.
Коллективтың социаль мәсьәләләрен даими ҡайғыртыуҙан тыш, Ҡәҙер, Һеңрән ауылдарының социаль инфраструктураһын үҫтереүгә лә күп көс һала кооператив. Һәр ерҙә хужалыҡ идараһының ярҙамын тоялар. Һыу менән тәьмин итеүгә, сүплектәрҙе таҙартыуға, янғын депоһын тотоуға сығымдарҙы ла ул үҙе күтәрә. Ауылдарҙың мәғариф учреждениелары йылдан-йыл урындағы хужалыҡтан матди ярҙам алып ҡыуана. Мәҫәлән, Яңы йыл бүләге итеп кооператив етәкселеге Һеңрән һәм Ҡәҙер мәктәптәренә компьютер бүләк иткән.
Иршат Ғилфанов — заман һулышын тойоп эшләгән талантлы етәксе. Уның тырыш хеҙмәте, кешелек сифаттары, һәләте, бай тәжрибәһе, производствоны оҫта ойоштороуы күрһәткестәрҙә асыҡ сағыла. Кооператив тотороҡло эшләй, төрлө дәртләндереү саралары киң ҡулланыла. Хеҙмәтсәнгә иғтибар ҙур булғас, һөҙөмтәләр ҙә яҡшы.
Лира ГӘРӘЕВА
Дүртөйлө районы.