“Ғәлиә”лә — өр-яңы технология24.12.2013
“Ғәлиә”лә — өр-яңы технология“Ғәлиә” химик таҙартыу предприятиеһында республикала тәүге келәм сафландырыу ҡоролмаһы эшләй. Испанияла етештерелгән “Catinet Total” ҡулайламаһы әлегә Рәсәйҙә өсәү генә.
Яңы машинаның үҙенсәлеге шунда: ул бер үк ваҡытта өс операцияны башҡара — балаҫ, келәмдән туҙанды, бысраҡты ҡағып сығара, йыуа, киптерә. Был эште махсус программа һалынған компьютер контролдә тота.
Заманса ҡорамал келәмдең төҫөн яңырта, уға әүәлге йомшаҡлығын ҡайтара. Иң мөһиме — бысраҡты, туҙанды, паразиттарҙы бөтөрә. Яңы машина ҡалын балаҫтарҙы таҙартыу өсөн дә бик ҡулай. “Catinet Total” келәмдәге насар еҫте лә юҡ итә. Үҙ һаулығы һәм дөйөм экология хаҡында хәстәрлек күргән европалылар ошо машинаны ғына файҙалана.
Әйткәндәй, “Ғәлиә” предприятиеһында күсмә хеҙмәтләндереү ойошторолған, йәғни келәмде килеп алырға һәм йортоғоҙға илтеп ҡуйырға әҙерҙәр. Тәжрибәле оҫталар өйҙәге йомшаҡ мебелде, иҙән япмаларын да таҙарта. Предприятиела шулай уҡ мендәр, түшәктәрҙе йыуыу яйға һалынған. Зарарһыҙландырылған мендәрҙәрҙең кәпрәне лә алмаштырыла. “Ғәлиә”нең ҡабул итеү нөктәләре Владивосток, Бер туған Кадомцевтар урамдарында, шулай уҡ Өфөләге башҡа бер нисә биҫтәлә урынлашҡан.


Вернуться назад