Краснокамалар сертификат алды24.12.2013
Краснокама районында йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләүгә таныҡлыҡ тапшырылды. Тантана район хакимиәте бинаһында үтте.
Бында граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән айырым маҡсатлы федераль һәм республика программалары тормошҡа ашырыла. Шуларҙың береһе — “Йәш ғаиләләрҙе тәьмин итеү”.
Әлеге тантана — сертификат тапшырыу буйынса икенсе сара. Йыл башында өс ғаилә субсидия алған булһа, әле тағы ла дүртәүһенә аҡса бүленде. Уны республикала торлаҡ һатып алыуға йәки йорт һалыуға тотонорға мөмкин.


Вернуться назад