Әсәлек капиталын файҙаланалар24.12.2013
Башҡортостанда әсәлек (ғаилә) капиталына 2007 йылдың 1 ғинуарынан алып 171 566, шул иҫәптән 2012 йылда — 25 564, быйыл 24 712 дәүләт сертификаты тапшырылған.
“Балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамының өҫтәмә саралары тураһында”ғы Закон тормошҡа ашырыла башлаған мәлдән алып 33,7 миллиард һумлыҡ әсәлек капиталы аҡсаһы күсерелгән, тип хәбәр итте Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.
Әле 97 580 ғаилә, шул иҫәптән былтыр — 31 207, быйыл — 27 033, ошо капиталды файҙаланып торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Берәүҙәре торлаҡ кредитын түләгән, икенселәре йорт һалған. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙан тыш, капитал аҡсаһын балаға белем биреүгә, сертификат хужаһының буласаҡ пенсияһын арттырыуға йүнәлтергә мөмкин. Әле баланы уҡытыуға — 93 миллион, балалар баҡсаһына — 2,9 миллион, хеҙмәт пенсияһына 6,2 миллион һум күсерелгән. 61 275 әсә капиталды тулыһынса файҙаланған.