Хеҙмәт тә яҡлауға мохтаж24.12.2013
Быйыл эш урынында йәрәхәтләнеүселәр яҡынса 20 процентҡа кәмегән, әммә был ҡыуандырмай, сөнки хеҙмәт хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоу сәбәпле 69 кеше һәләк булған. Фажиғәле осраҡтарға юл ҡуйылмаһын өсөн байтаҡ эшләргә кәрәк әле. Башҡортостан Хөкүмәтенең Хеҙмәтте һаҡлау буйынса ведомство-ара комиссияһы кәңәшмәһендә ошо хаҡта һүҙ барҙы. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, комиссия рәйесе Лилиә Ғүмәрова үткәрҙе.
– 2013 йылда хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға һәм яҡлауға етди иғтибар бүленде. Граждандарҙың хеҙмәткә хоҡуҡтарын тәьмин итеү буйынса эште әүҙемләштереү өсөн республика Законы һәм Хөкүмәт ҡарарҙары ҡабул ителде. Беренсе тапҡыр эшсәндәрҙең һәм хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлеген һаҡлау һәм хеҙмәтте яҡлауға идара итеүгә системалы ҡараш темаһына төбәк-ара конференция ойошторолдо, – тине Лилиә Салауат ҡыҙы.
Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ошо йүнәлеш буйынса алып барылған эш тураһында һөйләне. Ҡайһы бер ҡала һәм район хакимиәттәренең норматив хоҡуҡи акттар талаптарын тулыһынса үтәмәүе, ведомство контролен тормошҡа ашырыуға әҙер түгеллеге асыҡланған.
Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Әлфир Саҙретдинов эштең яҡшы ойошторолмауы һөҙөмтәһендә производствола ҡазаланыу осраҡтарының теркәлеүе тураһында бәйән итте. Шуға кәңәшмәлә хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгестәрҙе профессиональ йәһәттән әҙерләү кәрәклеге хаҡында телгә алынды. Ошо маҡсатта быйыл 93 белгес уҡытып сығарылған да инде.
Башҡортостан буйынса дәүләт автомобиль юлдарына күҙәтеү идаралығының бүлек етәксеһе Рәғип Мансуров – автотранспорт предприятиеларында хеҙмәт тәртибен боҙоу, Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Владимир Гребенников водителдәрҙең хеҙмәт һәм ял үҙенсәлектәре тураһында сығыш яһаны.
– Һәр закон һеҙгә өҫтәмә йөк түгел, ә ярҙам итеү сығанағы булырға тейеш, – тине Лилиә Ғүмәрова, ведомство-ара комиссия кәңәшмәһен йомғаҡлап.