Ҡышын да һыу баҫа икән…24.12.2013
Гәзитебеҙҙең үткән һанында хәбәр итеүебеҙсә, Силәбе өлкәһенең Ҡарағай ҡасабаһы эргәһендә һыу дамбаны йырған. Унан Учалы районының Ахун ауылына тиклем ни бары 12 километр, шуға беҙҙәге Ҡыйҙыш йылғаһының кимәле сама менән бер метрға күтәрелгән.
Әле Силәбе өлкәһендә дамбаны төҙөкләндереү йылдам бара. Уны кире быуалар. Һыу кимәле төшә. Айырым урындарҙа Учалы — Сибай юлына ла һыу сыҡҡан. Юлда боҙлауыҡ булыуын иҫәпкә алып, водителдәргә айырыуса һаҡ булырға кәңәш ителә.
Учалы районы буйынса Граждандар оборонаһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте етәксеһе Иран Ҡужагилдин беҙгә түбәндәге мәғлүмәттәрҙе еткерҙе:
— Силәбе өлкәһенең Үрге Урал ауылы эргәһендәге быуа бик иҫке. Уның төньяҡ-көнбайыш яғына өс торба һалынған, өҫтөнә ҡара тупраҡ ҡына һипкәндәр. Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ быуала һыу кимәле түбәнәйеүгә килтергән. Әммә быйылғы йәйге ямғыр арҡаһында ул тулған булған. Һуңғы йылдарҙа үрсеп киткән ондатралар теге торбалар аҫтында оя ҡорған, унда бушлыҡ барлыҡҡа килгән. Ошо бушлыҡты һыу йырып сыҡҡан да инде. Артабан ташҡын Ҡыйҙыш йылғаһының ҡушылдығы Матросовка аша Учалы районы яғына аға башлап, киске 6-лар тирәһендә Ахунға килеп еткән. Өс хужалыҡтың картуф баҡсаһы, бер хужалыҡта бесәнлек һыу аҫтында ҡалды. Бөтөн хеҙмәттәрҙең дә ваҡытында, һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында бәлә-ҡазаға юл ҡуйылманы.