Күп балалылар зарлана белмәй24.12.2013
Республика Хөкүмәтендә күп балалы ҡатын-ҡыҙҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләүҙең быйыл 108-се тантанаһы уҙғарылды.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләүселәргә награда, аҡсалата премия тапшырҙы. Ул шулай уҡ Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауын еткерҙе. Вице-премьерҙың: “Тантанаға килергә һалҡындар һәм Олимпия уты эстафетаһы ҡамасауламанымы?” тигән һорауына әсәләр:
— Һыуыҡтар беҙҙе ҡурҡытмай, сараға иртәрәк юлланғанға күрә, тотҡарлыҡ булманы, — тип яуапланы.
Ҡатын-ҡыҙҙы бүләкләп, Лилиә Ғүмәрова уларҙың һәр береһенә изге теләктәрен еткерҙе. Премьер-министр урынбаҫары йыл һайын республика ҡаҙнаһынан күп балалы ғаиләләргә 3 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленеүен билдәләне. Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү йәһәтенән айырым маҡсатлы республика программаһы тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, 170 ғаиләгә сертификат тапшырылған.
— Сират ярайһы уҡ ҙур. Бөгөн беҙ эште тиҙләтеүҙе хәстәрләйбеҙ, — тине Лилиә Салауат ҡыҙы.
Республиканың бөтә райондарынан тиерлек йәмғеһе 60 әсәгә миҙал тапшырылды.