Яңы йыл алдынан барлыҡ изге теләктәр ҡабул була, тиҙәр. Төбәгебеҙҙән 800-гә яҡын уҡыусының ошондай яҡты хыялы тормошҡа ашты ла инде: улар Президент шыршыһында ҡатнашты!
Байрамға район, республика, Рәсәй конкурстарында, олимпиадаларҙа, фестивалдәрҙә, спорт ярыштарында уңыш ҡаҙанған уҡыусылар, шулай уҡ ишле, социаль яҡтан аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары саҡырылғайны. Уларҙы тәбрикләп, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Президент Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау сәләмен еткерҙе.
— Уй-теләгегеҙ, маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын өсөн тырышырға, һәр саҡ алға ынтылырға кәрәк, — тине Лилиә Салауат ҡыҙы. — Ошондай сифаттар аша яуланған ҡаҙаныштарығыҙ республикабыҙға йылдан-йыл көсәйергә, яңынан-яңы үрҙәргә күтәрелергә этәргес бирер.
Тәбрикләү һүҙҙәренән һуң балалар мажаралы әкиәт иленә юлланды. Яңы йыл музейын ҡарарға тип киткән Ҡыш бабай юҡ булған икән. Унһыҙ байрам була тиме ни? Яңы йылдың төп геройын эҙләүгә йәш тамашасылар ҙа ҡушылып китте...
Байрам һуңында һәр балаға йомшаҡ уйынсыҡ, тәмлекәстәр, Зәйнәб Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” тигән китабы бүләк ителде.
Сыңғыҙ ҺАҘЫЕВ, Дыуан районының Иҫке Хәлил мәктәбе уҡыусыһы:
— V класта “дүртле”, “бишле” билдәләренә генә уҡып йөрөйөм. Президент шыршыһына ошо уңыштарым һәм спорт ярыштарындағы еңеүҙәрем өсөн ебәрҙеләр. Райондан барлығы алты уҡыусы килде.
Байрам бик оҡшаны. Айырыуса әкиәтте яратып ҡараным.
Ида КӘЛИМУЛЛИНА, Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы методисы:
— Президент шыршыһында йыл да ҡатнашабыҙ. Быйыл туғыҙ бала алып килдем. Байрам йылдан-йыл матурыраҡ, күңеллерәк уҙа. Әлегеһе айырыуса сағыу булды. Уҡыусыларға бик оҡшаны, уларҙа тағы ла яҡшыраҡ уҡыу дәрте тыуҙы. Байрамды ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!