Дөрөҫлөккә тап килә21.12.2013
(Х. Игебаева, “Швейцариянан кәм түгел дә ул”, 2013 йыл, 12 август)

Был мәҡәлә уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырғайны. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтарынан яуап килде. Ике хатты ла уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ.
Республиканың Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте һәм Күгәрсен районы хакимиәте менән берлектә “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркына тикшереү үткәрергә барҙыҡ. Турист маршруттарында айырыуса хәүефле урындарҙы ҡарап сыҡтыҡ. Сарала Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының баш эксперт-белгесе Р. Рафиҡов, Күмертау ҡалаһының төбәк-ара эҙләү-ҡотҡарыу отряды начальнигы А. Пыркин, ошо уҡ учреждениеның ҡотҡарыусыһы С. Вилданов, Күгәрсен районы хакимиәте вәкиле З. Йәрмөхәмәтов, “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркының өлкән дәүләт инспекторы М. Болғаирова ҡатнашты.
Хәнифә Игебаева үҙенең хатында байтаҡ етешһеҙлекте һанаған. Уларҙың барыһы ла дөрөҫлөккә тап килә. Бынан тыш, башҡа кәмселектәр ҙә асыҡланды. Мәмерйәгә төшкәндә экскурсоводтарҙың рацияһы булмауы — башҡа һыймаҫлыҡ күренеш. Әгәр ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, улар ярҙам һорап шылтырата ла алмай. Оҙатып йөрөүселәр өйрәтелмәгән, таныҡлыҡтары ла юҡ.
Тикшереү һөҙөмтәһендә тәбиғәт паркы директорына экскурсияға килеүселәрҙе хәүефһеҙлек саралары менән таныштырырға, етерлек күләмдә каска, аяҡ кейеме, бейәләй һатып алырға, баҫҡысты алмаштырырға һәм нығытырға, телефон бәйләнеше булдырырға, инструкторҙарҙың әҙерлегенә күберәк иғтибар бүлергә кәңәш ителде.
Андрей ИВАНЮТА, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры.

* * *
Хәнифә Игебаеваның "Швейцариянан кәм түгел дә ул" мәҡәләһе буйынса тикшереү үткәрелде.
"Мораҙым тарлауығы" тәбиғәт паркына мәҡәләлә күтәрелгән барлыҡ проблемаларҙы хәл итеү бурысы ҡуйылды. Бынан тыш, өҫтәмә рәүештә 40 каска һәм 200 фонарь һатып алынды. Барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә хәүефһеҙлек сараларын үтәүҙең мөһимлеге тураһында иҫкәртеү яһалды. Мәмерйә эсендә баҫҡыстар ҡуйыу өсөн сығымдар күләмен белеү маҡсатында смета төҙөлдө.
Илдус ЯХИН, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары.


Вернуться назад