Ахундарҙы һыу баҫырмы?21.12.2013
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Силәбе өлкәһендәге баш идаралығы Үрге Урал районының Ҡарағай күлендәге дамбала һыу кимәленең байтаҡҡа күтәрелеүе хаҡында иҫкәртте.
Дамбаның емерелеүе һөҙөмтәһендә һыу Матросовка, артабан Ҡарағай йылғаһына ағып төшкән. Учалы районының Ахун ауылы тап ошо йылға буйында урынлашҡан. Шуға күрә тиҫтәләгән йортто һыу баҫыуы ихтимал. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡҡа был турала хәбәр ителгән, ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары әҙерләнгән. Хәүефле урында социаль әһәмиәтле объекттар юҡ.