“Мосолмандар өсөн уҡыу үҙәктәре кәрәк”21.12.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты. Ул Ульяновскиҙа үтте. Осрашыуҙа округта милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү йәһәтенән төбәк программаларының тормошҡа ашырылыуы тикшерелде.
— Рәсәй Федерацияһы Президентының Федераль Йыйылышҡа 12 декабрҙәге Мөрәжәғәтнамәһендә был темаға ҙур иғтибар бирелде, проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары билдәләнде. Дәүләт башлығы этник-ара көсөргәнеш тыуҙырыусылар тураһындағы мәсьәләне киҫкен ҡуйҙы, уларҙы “Рәсәйҙең ҡайһы бер көньяҡ төбәктәрендәге булдыҡһыҙҙар, һатылған хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, рус милләтселәре, төрлө сепаратистар ингән әхлаҡһыҙ интернационал” тип атаны, — тине Михаил Бабич, кәңәшмәне асып.
Тулы хоҡуҡлы вәкил белдереүенсә, федераль округта конфессия-ара һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләһе илдең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда әһәмиәтлерәк. Округта төрлө милләт һәм конфессия кешеләре күпләп йәшәй, милли-мәҙәни тормош әүҙем, миграция ағымы ла юғары. Ултырыштан һуң Башҡортостан Президенты журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
— Үҙемдең сығышымда мосолман өммәһенә белем биреү, ислам мәғарифы хаҡында һөйләнем. Бөгөн беҙҙә ошо йүнәлештә эшләгән имамдарҙың күбеһе махсус белемһеҙ. Рәсәй Федерацияһында, атап әйткәндә, Өфөлә һәм Ҡазанда мосолмандар өсөн белем биреү үҙәктәрен ойошторорға кәрәк. Был тәҡдимемде хуплап сыҡтылар. Совет ултырышының йомғаҡлау протоколында ул сағылыш табыр, тип уйлайым. Бынан тыш, Волга буйы федераль округында, Өфөлә һәм Ҡазанда ошондай үҙәктәр асыу тураһында Рәсәй Президентының күрһәтмәһе лә бар, — тине Рөстәм Хәмитов.


Вернуться назад