Ғәмһеҙлеккә юл ҡуймайыҡ21.12.2013
Ғәмһеҙлеккә юл ҡуймайыҡРобинзон ағайҙан өлгө алырға кәрәк
Бөгөн халыҡ милли матбуғатты уҡыймы? Республикабыҙҙың төп баҫмаларының береһе булған "Башҡортостан" гәзитенә мөнәсәбәт нисек? Төрлө сәбәптәргә һылтанып, тел, рух мәсьәләләре артҡы планға ҡалдырылмаймы? Дыуан районының республика лицей-интернаты уҡытыусылары һәм уҡыусылары менән осрашыуыбыҙҙа һүҙ ошо турала барҙы. Сараға урындағы башҡорттар ҡоролтайы вәкиле Әлфиә Вәлиева, почта хеҙмәткәре Мәүлиҙә Әбүбәкирова һәм райондың аҡһаҡалы, уның иң абруйлы кешеләренең береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Робинзон Зиннуров та килгәйне.
Почта хеҙмәткәре һөйләүенсә, районда ун башҡорт ауылы булһа ла, әлеге мәлдә 14 ғаилә генә киләһе йылға "Башҡортостан" гәзитенә яҙылған. Ә район үҙәге Мәсәғүттә бер Робинзон ағай ғына киләсәген хәстәрләп ҡуйған. Халыҡ та күберәк урыҫ телендә сыҡҡан "Аргументы и факты", "Тысяча советов", "Республика Башкортостан" кеүек гәзиттәргә яҙыла икән. Башҡорт баҫмаларына иғтибар тейешле кимәлдә түгел, шуныһы әсендерә.
Мәүлиҙә апай, почта хеҙмәткәре булараҡ, йәйге селләлә лә, ҡышҡы буранда ла хат һәм гәзит-журнал ташыған почтальондарҙың хәле менән таныштырып үтте. Мәҫәлән, ул үҙе 3600 һум эш хаҡына йөрөргә мәжбүр икән. Бындай аҡсаға эшләгән почтальондарға Аллаһы Тәғәлә түҙемлек бирһен тиергә генә ҡала.
Робинзон Зиннуров иһә башҡорт була тороп та "Башҡортостан" гәзитенә яҙылмауҙы енәйәткә тиңләне. Уныңса, был маңҡортлоҡ, үҙ милләтеңдең киләсәгенә битараф булыу. Әгәр үҙ телендә сыҡҡан гәзитте уҡымаһа, рухын байытмаһа, бындайҙарҙың киләсәктә кемгә әүереләсәген фараз итеүе лә ауыр.
– Гәзитте яратып уҡыйым, һәр һанын көтөп алам. Ул көндән-көн яңыра, төплө, көн ҡаҙағына һуҡҡан мәҡәләләре менән ҡыуандыра. Һәр ауылда башҡорт теле уҡытыусылары бар, улар республикабыҙҙың төп баҫмаһынан тыш тормошон нисек күҙ алдына килтерә ала икән? Үҙ телеңдә сыҡҡан баҫманы уҡымайынса, киләсәк быуынға тейешле кимәлдә тәрбиә биреп буламы инде? – тип әсенде ул. Робинзон ағай әйтеүенсә, бөгөн төбәктә "Башҡортостан" гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булмауы ла хәлгә аяҡ сала. Гәзиттең мәнфәғәтен ҡайғыртып, халыҡ менән туранан-тура бәйләнеш булдырған кеше юҡ. "Был мәсьәлә редакция ғына түгел, ә республика етәкселеге кимәлендә хәл ителергә тейеш", – тип белдерҙе аҡһаҡал.
Ә бына Әлфиә Вәлиева фекеренсә, милли матбуғаттың төп таянысы етәкселәр һәм зыялылар булырға тейеш.
Осрашыуға Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев та килгәйне. "Бында өгөткә урын булырға тейеш түгел. Бөгөн милли баҫмаларҙы алдырыу һәм уҡыу – күңелендә рухы булған һәр кемдең мөҡәддәс бурысы. "Башҡортостан" гәзите халҡыбыҙҙы борсоған мөһим, етди мәсьәләләрҙе күтәреп сыға. Был осрашыу йөрәктәрегеҙҙә онотолмаҫ эҙ ҡалдырыр, һәм гәзиттең уҡыусылары тағы ла артыр тигән ышаныста ҡалам", – тине ул сараға килгәндәргә.
Эйе, һәр яҡтан файҙалы һәм һөҙөмтәле осрашыу булды был. Лицей-интернат уҡытыусылары ла үҙ фекерҙәрен белдерҙе һәм гәзит менән дуҫлыҡтарын өҙмәйәсәктәренә ышандырҙы.
Осрашыуҙа “Башҡортостан” менән хеҙмәттәшлек иткәне өсөн гәзитебеҙҙең әүҙем авторы Робинзон Зиннуровҡа Рәхмәт хаты ла тапшырылды.


Вернуться назад