Йәштәр арҙаҡлы шәхестәрҙе онотмай20.12.2013
Йәштәр арҙаҡлы шәхестәрҙе онотмайБашҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында йыл һайын башҡорт теленең көнүҙәк мәсьәләләренә арналған конференциялар була. Улар йыш ҡына теге йәки был шәхестең ғилми эшмәкәрлегенә арнала. Мәҫәлән, Жәлил Кейекбаевҡа бағышланғандары – ике йылға бер, Николай Дмитриевтың тормошона һәм ижадына арналғандары биш йыл һайын үткәрелә. Йоланы дауам итеп, ошо көндәрҙә университетта йәнә бер шундай сара уҙғарылды.
Конференцияны асып, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы Риф Әхмәҙиев бының декабрҙә өсөнсө ғилми сара булыуын, факультеттың яңы йылды уңышлы эштәр, яңы пландар менән ҡаршылауын билдәләне. “Хәҙерге башҡорт филологияһының көнүҙәк мәсьәләләре” тип исемләнгән Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы күренекле башҡорт ғалимдары – Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, профессор Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталовтың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Нәғим Хажғәли улы Ишбулатовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналды. Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Ҡазан, Аҡтүбә, Нальчик, Ханты-Манси, Чебоксар, Якутск, Саранск ҡалаларынан килгән ғалимдарҙың докладтары, нигеҙҙә, ошо ике шәхестең ғилми мираҫына бағышланды. Бынан тыш, Нәғим Хажғәли улының шәп йырсы булыуы ла телгә алынды, Башҡорт дәүләт радиоһының фольклор фондында һаҡланған уның башҡарыуындағы башҡорт халыҡ йырының яҙмаһы ишеттерелде.
Ҡазандан килгән хөрмәтле ҡунаҡ, танылған төркиәтсе Мирфәтих Зәки улы Зәкиевтең сарала ҡатнашыуы йыйылышҡа оло мәртәбә өҫтәне. Башҡорт зыялылары менән уны күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. 1974 йылда Өфөлә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, профессор Жәлил Кейекбаев тураһында уның “Дәртле йыр” исемле китабы донъя күрә.
– Беҙ Ғәли Ғәли улы менән 1957 йылдарҙан уҡ синтаксис өлкәһендә бергә эшләй башланыҡ, бәхәстәр ҙә килеп тыуа ине, әммә һәр ваҡыт дуҫ булып ҡалдыҡ, – тип һөйләне Мирфәтих Зәкиев. – Нәғим Хажғәли улы менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек иттек, ул докторлыҡ диссертацияһы яҡлағанда мин уның беренсе оппоненты булдым. Үҙегеҙҙең данлыҡлы ғалимдарығыҙҙы онотмай, уларҙың иҫтәлегенә арнап ошондай саралар үткәргәнегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәтемде еткерәм.
Ғилми форумға Ғәли Ғәли улының ейәне – Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының аспиранты Искәндәр Сәйетбатталов та килгәйне. Уның фекеренсә, ғалимдарҙың ғилми мираҫы тулыһынса өйрәнелеп бөтмәгән, был өлкәлә эштәр етерлек:
– Телселәребеҙ башлаған тикшеренеүҙәр, эҙләнеүҙәр яңы быуын башҡорт ғалимдары өсөн төплө нигеҙ булып тора. Ошо хеҙмәттәр йәштәр тарафынан дауам ителһен, яңы йүнәлештә өйрәнелһен ине.
Ысынлап та, сарала байтаҡ йәштәр ҡатнашты. Беренсенән, был уларҙың тел ғилеме өлкәһендәге күренекле шәхестәребеҙгә хөрмәте хаҡында һөйләһә, икенсенән, хәҙерге башҡорт филологияһының көнүҙәк мәсьәләләренә битараф булмауын, фән тауҙарына ынтылыуын, туған тел яҙмышы өсөн борсолоуын аңлата. Иң һуңынан бишенсе курс студенты Лилиә Үркенбаеваның йөрәккә үтеп инерҙәй моңло тауышы менән “Һандуғас” йырын башҡарыуы ла символик рәүештә бөгөнгө башҡорт ҡыҙ һәм егеттәренең әсә теленән һут алып, атай йортонан көс туплап, рухланып йәшәүен билдәләне кеүек тойолдо. Күңелгә йылы йүгерҙе...

Мирфәтих ЗӘКИЕВ, филология фәндәре докторы, профессор, Татарстан Фәндәр академияһы академигы: – Бөгөнгө йәштәр үҙҙәренең боронғо тарихын, бөйөк шәхестәрен онотмайынса йәшәргә, үҙҙәре лә шундай ҙур кеше булырға ынтылырға тейеш. Бына ошо йәһәттән бындай конференциялар бик әһәмиәтле һәм фәһемле, тип иҫәпләйем.

Марат ЗӘЙНУЛЛИН, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы: – Хәҙерге башҡорт тел ғилеме алдында бик күп мәсьәләләр тора. Шуларҙың береһе – башҡорт теленең, дәүләт теле булараҡ, функцияларын үҫтереү, сөнки улар бик сикләнгән. Икенсенән, һуңғы йылдарҙа телебеҙгә ҡарата битарафлыҡ артты. Был хәл, тәү сиратта, гәзит-журналдың тиражы кәмеүенә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса юғары уҡыу йорттарына абитуриенттарҙың әҙ килә башлауына килтерҙе. Бөгөнгө конференция резолюцияһының ошо проблемаларҙы хәл итеүҙә өлөшө ҙур булыр тип ышанам.


Вернуться назад