БАРЫҺЫ ЛА ҺИНЕҢ ТИРӘ-ЯҒЫҢДА
МУЙЫЛ
Яҙҙы йәмләп күпереп сәскә атҡан, хуш еҫе менән ләззәтләндергән муйыл ағасын яратмаған кеше бармы икән?! Хәйер, барҙыр, сөнки аллергия тигән заман сире бына уның кеүек тәбиғи үҫемлектәрҙе лә хәүефле итеп ҡуя.
Халҡыбыҙ элек-электән муйылдың ҡайырыһын, сәскәһен, емештәрен дауа итеп ҡулланған. Ҡайырыһы тән тиреһен төрлө үңәҙҙәрҙән, сабыртмаларҙан таҙартһа, теш һыҙлауын баҫһа, төнәтелгән япрағын быуындарға ябып, һыҙланыуҙан ҡотолғандар.
Йөрәк, ашҡаҙан, үт юлы ауырыуҙары ла муйыл ҡайырыһы, япраҡтары, сәскәләре сәйҙәренән сигенә.
Енси ауырыуҙарҙы дауалағанда төнәтмәләре ҡулланыла.
Моғайын, муйылдың эс киткәндә бына тигән дарыу икәнен белмәгән кеше юҡтыр. Бер ваҡыт мин уны Үзбәкстанға ебәргәйнем, аҙаҡ туғандар тап бына ошо күстәнәсемдең бер ни ярҙам итмәй, үлер хәлгә еткән баланы ҡотҡарып алып ҡалғанын һөйләнеләр.
Халҡыбыҙ тәмле был емеште электән аш-һыуҙа киң ҡулланған, тирмәндән тарттырып алып ҡайтып, онтағын ҡамыр аштарына ҡушҡан.
Ғәҙәттә, муйылды ҡышҡылыҡҡа киптереп һаҡлайҙар. Кәрәк сағында уны ебетеп төйәләр йә, ит турағыс аша үткәреп, бөйөрөк бешерәләр, шәкәрләп, бал, май ҡушып, сәйгә татлы ризыҡ итеп тә бирәләр.
Муйыл торты
Муйыл оно – 60 г, аҡ май – 130 г, шәкәр (кремға 1 аш ҡалағы) – 3-4 аш ҡалағы, йомортҡа – 2 дана, он – 1 – 1,5 стакан, сода – 0,5 сәй, ҡалағы, ҡаймаҡ – 200 – 300 г, ванилин (мотлаҡ түгел), тәменсә тоҙ, ҡайнар һыу.
Муйыл онона саҡ ҡына һыу өҫтәп, ҡаймаҡ ҡуйылығы булғанса йомшартабыҙ йә йәйҙән шәкәрләп иҙеп әҙерләнгән емешен тотонабыҙ. Майға шәкәр ҡушып, күперткәнсе туғыйбыҙ, йомортҡа, тәменсә тоҙ өҫтәйбеҙ. Он ҡушып туғый-туғый ҡамыр яһайбыҙ (ул ағып төшөрлөк булырға тейеш), аҙаҡтан ғына сода ҡушабыҙ. Яҡшылап болғатҡас, табаға һалып, 180 – 190 градус эҫелектә 20 – 30 минут бешерәбеҙ. Шәкәр менән ҡаймаҡты ҡушып, крем эшләйбеҙ ҙә бешенте өҫтөнә һөртәбеҙ. Кремға муйыл оно ла ҡушырға мөмкин. Төнгөлөккә һалҡынса урынға йә һыуытҡысҡа ҡуйып, кремын һеңдергәс, биҙәп, табынға ҡуябыҙ. Иң матур биҙәк – әлбиттә, еләк-емеш.