Ҡәйенбикәм Хәмдиә Теүәлеваның (Иҫәнсурина) арабыҙҙан китеүенә теүәл бер йыл тулды. Төплө, тәрән аҡыллы, һоҡланғыс шәхес ине...
Ул — ҡайнымдың тәүге никахынан тыуған ҡыҙы. Оҙаҡ йылдар хат аша ғына аралаштыҡ. Байрамдарҙа бүләктәр менән алыша торғайныҡ. Яҙмыш беҙҙе 2008 йылда яҡындан таныштырҙы. Ҡайҙа бит әле — Өфө — Аҡъяр автобусында. Ошо осрашыуҙан беҙ Хәмдиә Фазыл ҡыҙы менән айырылмаҫ дуҫтарға, әхирәттәргә әйләндек. Ул минең бар күңелемде яулап алды. Аҡыллы ҡарашы, төплө фекер ҡәүәһе, һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы була белеүе менән әсир итте. Әйтерһең дә, өлкән апайымды осраттым.
Хәмдиә Теүәлеваның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Һеңлеһе менән балалар йортонда тәрбиәләнә, артабан яҙмыш уны баш ҡаланың хәҙерге Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына илтә. Ҡыҙ бәләкәйҙән математика менән ҡыҙыҡһына. Мәктәпте тамамлағас, педагогия институтында белем ала. Хәмдиә Фазыл ҡыҙы 46 йыл ғүмерен Йылайыр районының Юлдыбай мәктәбе уҡыусыларына математиканан белем биреүгә бағышлай. 2008 йылда юғары категориялы уҡытыусы хаҡлы ялға сыға.
Юлдыбай урта мәктәбе — бик көслө белем усағы. Республикаға 22 фән докторы һәм кандидаты, исемдәре төрлө тармаҡтарҙа билдәле 70-кә яҡын хеҙмәт алдынғыһы, өс Салауат Юлаев ордены кавалеры биргән мәктәп ул. Иманым камил, был шәхестәрҙең һәр ҡайһыһы Хәмдиә Теүәлева хаҡында йылы хәтирәләр һаҡлайҙыр, үҙҙәренең математика уҡытыусыһын онотмайҙарҙыр. Әйткәндәй, Хәмдиә апай бер нисә тиҫтә йыл шахмат буйынса район чемпионы булды. Хатта хаҡлы ялға ла чемпион титулында китте, берәү ҙә уны еңә алмаҫ ине.
Эше менән генә түгел, ғаиләһе менән дә ул күптәргә өлгө булды. Фазлетдин Сабирйән улы менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Бөгөн уларҙың 12 ейән-ейәнсәре үҫеп килә.
Хәмдиә Фазыл ҡыҙының уңыш-ҡаҙаныштары хаҡында әллә күпме яҙырға булыр ине. Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары, уҡыусыларының һөйөүе, хеҙмәттәштәренең хөрмәте, ауылдаштарының ихтирамы — барыһы ла бихисап. Һуңғы йылдарын Хәмдиә апай Дәүләкән районының Ивановка ауылында йәшәне. Сәбәбе — балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә яҡыныраҡ булыу теләге, әммә ул һәр ваҡыт күңеле менән Юлдыбайҙа булды, ауылдаштарын һағынды, мәктәбен юҡһынды, уҡыусыларын көттө.
Тормош гел уйын-көлкөнән генә тормай шул. Әммә айыҡ аҡылы, күңел йомартлығы Хәмдиә апайҙы ауыр минуттарында ла ташламаны. Кесе улын ер ҡуйынына һалғанда ла, табиптар яман шеш диагнозын раҫлағанда ла ул һынманы, йәшәүгә теләге көслө булды. Ауырыу сигенде, әммә һуңғы йылдарҙа сир Хәмдиә апайҙы тағы аяғынан йыҡты...
Табиптар Хәмдиә апайҙың ғүмеренә ҡурҡыныс янауын әйткәс, мин бер нисә тапҡыр Юлдыбай мәктәбенә, ул эшләп киткән ауыл хужалығы техникумына шылтыраттым. Шул осорҙа ул 70 йәшлек юбилейын билдәләргә тейеш ине, элекке хеҙмәттәштәренән ҡотлау сәләмдәрен ебәреүҙәрен үтендем. Көттөм-көттөм дә ҡабатлап тағы шылтыраттым. Теге остан бер уҡытыусы: “Эйе-эйе, беләбеҙ, бөтә ауыл ҡайғыра, яҙырбыҙ, ҡотларбыҙ, ебәрербеҙ!” — тине. Әммә шылтыратыусы ла, яҙыусы ла булманы.
Мин телефондан аралашҡан уҡытыусыларҙың исем-шәрифтәрен дә, вазифаларын да беләм, тик уларҙың исемен республика гәзитенә яҙыуҙы кәрәк тип тапмайым. Намыҫтарында ҡалһын. Әммә бер-ике йылы һүҙҙәрен йәлләгән педагогтарҙың битарафлығына, вайымһыҙлығына хәтерем ҡалды. Илле йылға яҡын ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған, ғүмере буйы юлдыбайҙарым, уҡыусыларым, хеҙмәттәштәрем тип янып йәшәгән Хәмдиә апай йылы һүҙгә лайыҡ ине, минеңсә. Әгәр ул, Хоҙайҙың ярҙамы менән, сиргә ҡаршы торор көс табып, аяғына баҫһа, Юлдыбай яҡтарына юлы төшһә, әлеге уҡытыусылар бер ни булмағандай уның алдында йүгерәнләп йөрөмәҫтәр ине тип кем раҫлай ала.
Бер-беребеҙгә иғтибарлы, ихтирамлы булайыҡ. Ғүмер мәңгелек түгел... Тыныс йоҡла, апай! Һине һағынабыҙ, юҡһынабыҙ.
ЗАРЯ инәй.