Һинең алда, әсәй, баш эйәм20.12.2013
Һинең алда, әсәй, баш эйәмЙыл иҫтәлеге

...Инде 72 йыл үтһә лә, күҙ йәштәрен тыя алмай тыл ветерандары. Һуғыш осороноң ҡайғы-ғазаптары күңелдәренә мәңгелеккә уйылған. Онотоуы мөмкин дә түгелдер: таң һарыһынан баҫыуға ашҡынған ҡарт-ҡоро иңенә төшкән ауырлыҡты һүҙһеҙ күтәрергә мәжбүр бала-саға. Ҡатын-ҡыҙға фронтҡа ойоҡбаш, кейем-һалым, кәрәк-яраҡ әҙерләйһе, береһенән-береһе кесерәк сабыйҙарҙы туйындыраһы бар. Ҡәҙерлеләренән хәбәр көтә-көтә талсыҡҡан халыҡтың сабырлығына хайран ҡалырлыҡ.
Әсәй-өләсәйҙәрҙең һуғыш осоронда күргән михнәттәрен аңлаймы, хеҙмәтен баһалаймы замандаштарыбыҙ? Ишембай районының Көҙән ауылында Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тылда алһыҙ-ялһыҙ эшләгән ҡатын-ҡыҙға һәйкәл асыу тантанаһы шаһиты булғандан һуң, икеләнеүһеҙ: "Эйе, баһалайҙар, әсәй-өләсәйҙәребеҙ батырлығы алдында баш эйәләр", — тип әйтер инем. Шул уҡ райондың Ғүмәр ауылы егете Илнур Ильясов эскизы буйынса Ишембай машиналар эшләү заводы директоры Рәшит Таһиров ярҙамында ҡойолған һәйкәл дә, тантанаға бөтә Көҙән халҡының йыйылыуы ла — быға яҡшы дәлил.


Вернуться назад