Иң күп дуҫтарыбыҙ — Ишембайҙа20.12.2013
Йыл тоғролоғо
Матбуғатты халыҡһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Гәзит-журналдың барлыҡ эшмәкәрлеге тап уҡыусының күңелен күреүгә, уға ваҡытында дөрөҫ мәғлүмәт биреүгә, ҡыҙыҡлы һәм уҡымлы әйберҙәр менән шатландырыуға ҡоролған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдың-йылы матбуғатҡа яҙылыусылар кәмей. Әлбиттә, бының сәбәптәре күп: Интернет селтәренең әүҙемләшеүенә, барлыҡ мәғлүмәттең шунда булыуына бәйләүселәр ҙә, яҙылыу хаҡтарының артыуына һылтаныусылар ҙа хаҡлы. Ҡайһы берәүҙәр ваҡыт юҡлыҡҡа зарланыусан. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, гәзитебеҙгә тоғролар, уны даими алдырып барыусылар күп. Ундайҙарҙы районлап һанарға була. Һүҙебеҙ йыл һайын “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу буйынса иң ҙур — һөҙөмтә биреп килгән Ишембай районы тураһында.
Ишембайҙарҙы республиканың иң күп уҡыған районы тип атаһаң да хата булмаҫ, моғайын. Бында беҙҙең гәзиттән башҡа матбуғат баҫмаларын да күпләп алдыралар. “Башҡортостан”ды иһә айырыуса Этҡол, Уразбай, Һайран, Кинйәбулат ауылдары халҡы яҡын күрә. Бер йылды этҡолдар тотош ауылы менән яҙылды тиһәң дә арттырыу булмаҫ. Бөтә уҡытыусылар, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, бюджет өлкәһендә эшләгәндәр — береһе лә ҡалмағайны. Шулай уҡ бында 50 – 60-ар йыл буйы гәзиткә тоғролоҡ һаҡлаған пенсионерҙар бихисап.
Былтырғы күрһәткес — 900 данаға яҡын. Халҡының күпселеге башҡорттар булған райондар менән сағыштырғанда, был — шаҡтай һәйбәт һөҙөмтә.
Яҙылыу кампанияһын ойоштороу, беренсенән, кешеләрҙең теләп алдырыуына бәйле булһа, икенсенән, район хакимиәтенең эшмәкәрлегенән дә тора. Етәкселек мәсьәләне нисек ҡуйһа, һөҙөмтә лә шундай. Был йәһәттән баҫмабыҙ исеменән Ишембай районы һәм ҡалаһы хакимиәтенә ҙур рәхмәт еткерәбеҙ һәм артабан да берҙәм эшләргә саҡырабыҙ.