Йыл ҡалаһы
100 мең һәм унан да күберәк кеше йәшәгән ҡала округтары араһында Стәрлетамаҡ йәнә Рәсәйҙә иң төҙөктәр иҫәбенә инде.
Уның бер нисә йыл рәттән ошо номинацияла еңеүендә ҡала халҡының фиҙакәр хеҙмәте лә, берҙәмлеге лә сағыла.
Ғөмүмән, 270 меңдән ашыу кеше төйәкләнгән был ҡала үҫеше буйынса, ысынлап та, күп муниципаль берәмектәргә һәм округтарға өлгө булырҙай. Мәҫәлән, быйыл Стәрлетамаҡты тәртиптә тотоу өсөн ҡала ҡаҙнаһынан 175,7 миллион һум аҡса бүленгән: шул иҫәптән 29 миллион һум – урамдарҙы яҡтыртыуға, 138,7 миллион һум – юлдарҙы төҙөкләндереүгә, 8 миллион һум – йәшелләндереүгә. Илдә үҙ биләмәһен матурлауға түгел, социаль түләүҙәргә лә аҡса еткерә алмаған ҡалалар барлығын иҫәпкә алғанда, Стәрлетамаҡтың бындай ҡаҙаныштарға эйә булыуы һоҡландыра.
Ҡала халҡын «Стәрлетамаҡ-Арена» киң профилле физкультура-һауыҡтырыу комплексы эшләй башлауы айырыуса ҡыуандыра. Спорт бинаһының боҙонда барған уйындарҙы ике мең ярым кеше ҡарай ала, ә спортзал биш йөҙҙән ашыу көйәрмәнде һыйҙыра. Һүҙ ыңғайында шуныһын да әйтеү кәрәк: хәҙер Стәрлетамаҡта һәр мәктәптең яңыртылған йә иһә төҙөлгән спорт майҙансығы бар.
Ҡара Диңгеҙ урамында ҡулса төҙөлгәс, автоһәүәҫкәрҙәр “тын алып ҡалды”. Әлеге урамда юл һәләкәттәре кәмеүе, тығындарҙың юҡҡа сығыуы — быға асыҡ дәлил. Хоҙайбирҙин һәм Вокзал урамдары киҫешендә йәйәүлеләр өсөн галерея асылыуы ла юлдағы хәлдәрҙе еңеләйтте һымаҡ.
Әлбиттә, өҫтәрәк ябай ҡала кешеһенең күҙенә салынған бер нисә ыңғай үҙгәреш хаҡында ғына яҙып үттек. Стәрлетамаҡтың ғәҙәти күренешкә әйләнгән бөхтәлеге ҡалаға килеп инеү менән күҙгә салына. Нисек кенә булмаһын, урындағы властың, ойошмаларҙың, эшҡыуарҙарҙың, ябай халыҡтың үҙенең ошондай тырышлығы изге бер йола булып һаҡланһын, ҡәҙерләнһен ине.