Быйылғы декабрь һалҡынлығы ғына түгел, әсе һағышы менән дә күңелде өшөтә: бер йыл элек ошондай ҡырыҫ көндәрҙә хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ Марат Фәйзрахман улы Моратов мәңгелеккә арабыҙҙан китеп барҙы.
Гәзитебеҙҙең төньяҡ-көнбайыш төбәктәге үҙ хәбәрсеһе, эшен мөкиббән яратҡан ҡәләм оҫтаһы булыуы өҫтөнә, ифрат ябай, ихлас, йор һүҙле, баҫҡан ерендә ут сәсеп торған кеше ине. Хеҙмәттәштәре менән осрашҡанда йә иһә телефон аша аралашҡанда иң тәүҙә хәлеңде һорашыр, бер аҙ кәйефең төшөп торғанын һиҙеп ҡалғанда, ниндәйҙер һүҙен табып, йылмайтып ебәрер, яңы дәрт менән эшкә тотондорор... Һәр төрлө ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булды, бер-береңдең ҡәҙерен белеп, тормоштоң матурлығын күреп, бәләкәй генә шатлыҡтарға ла һөйөнә белеп йәшәргә өйрәтте.
Шул уҡ ваҡытта ихтыяр көсө ташып торған кеше ине Марат Фәйзрахман улы. Заманында “Башҡортостан” гәзитенең “Нефтекама яңылыҡтары”, “Яңауыл офоҡтары” тигән ҡушымталарын сығарып, төбәгебеҙҙең төньяҡ-көнбайышындағы милләттәштәребеҙҙең үҙаңын уятыуға, телебеҙҙе һаҡлауға күп көс һалды. Урындағы ҡоролтайҙың әүҙем ағзаһы булараҡ та халҡыбыҙ мәнфәғәтендә бихисап эш башҡарҙы. Гәзитебеҙҙең шул төбәктәрҙә күпләп таратылыуы, йәмғиәт һәм власть араһында ҙур абруй яулауы — Марат Моратовтың оҫта ойоштороусы, һүҙе үтемле, вәғәҙәһен тота белгән журналист, көслө рухлы шәхес булғанына ныҡлы дәлил.
Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә ысын кешегә, һөнәр эйәһенә хас күркәм сифаттарҙы үҙендә туплап, башҡаларға өлгө күрһәтеп, тормошто мөкиббән яратып, янып йәшәгән хеҙмәттәшебеҙҙең исеме редакциябыҙ һәм башҡорт журналистикаһы тарихына тәрән уйып яҙылған. Марат Фәйзрахман улы хаҡында яҡты иҫтәлек күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.