“Юлдаш” ярҙам итте20.12.2013
Бала саҡтан инвалидмын. Мөмкинлектәре сикләнгән яңғыҙ кешеләргә ауыл ерендә көн итеүе еңелдән түгел. Әммә һәр ваҡыт кемгәлер бәлә һалып ҡына йәшәп булмай. "Юлдаш" радиоһын үҙемә иптәш, серҙәш итеп, һәүетемсә генә донъя көтәм. Зөлфиә Рәхмәтуллинаның "Алло, "Юлдаш" тыңлай" тапшырыуын бигерәк тә үҙ итәм.
Федоровка районынан армияла улы һәләк булған бер ханымдың алып барыусыға илай-илай ярҙам өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереүе миңә тәүәккәллек өҫтәне. Ул — биш бала әсәһе, үҙе инвалид ҡатынмын, тине. Закон буйынса тейеш булһа ла, ҡараусыһыҙ ҡалған әсәгә пенсия бирелмәгән. "Алло, "Юлдаш" тыңлай" тапшырыуы уға Өфөлә белгестәр менән осрашыу ойошторған, тиҙ арала тейешле пенсия юллаған, тип хәбәр ителгәс, мин дә бәйләнешкә сыҡтым, сөнки 1982 йылда алынған протезыма 30 йыл тулды. Үҙаллы йөрөй алмағас, йөрөтөр кешем булмағас, Өфөгә бара алмай аҙаплана инем. Мин Зөлфиә Рәхмәтуллинаға баш ҡалала йөрөтөп алып ҡайтырға ирекмән (волонтер) табышығыҙ тип мөрәжәғәт иттем.
Ошо тапшырыуҙан һуң Өфөнән дә, райондан да бәйләнешкә сыҡтылар. Тәүҙә районға белгестәр килде, ике ай ҙа үтмәй ҡалды — протезды әҙерләп бирҙеләр. Инвалид булараҡ, "Танып" шифаханаһына юллама ла бүленде. Нисәмә йыл минималь пенсияға донъя көтһәм, уны ла ҡайтанан ҡаранылар. Элек утын яғыу ҙа, һыу килтереү ҙә ҙур проблема һаналды, ә 5 мең һум пенсияға бер нәмә лә хәл итеп булмай ине. Хәҙер күҙ асылып ҡалды тип һөйөнәм: өйөмә һыу үткәрттем, электр энергияһы менән йылытыу ҡоролмаһы ҡуйҙырттым.
Тыңлап, ишетеп, белеп торам, "Алло, "Юлдаш" тыңлай" тапшырыуы бик күптәргә төрлө мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтте. Хатта кәңәш тә мөһим, сөнки закондарҙы ла белеп бөтмәйбеҙ, өйрәтеп тороусылары ла юҡ. Халыҡ өсөн кәрәкле тапшырыуҙы ойошторған радио хеҙмәткәрҙәренә, айырыуса Зөлфиәгә оло рәхмәтемде әйтеп, эштәрендә уңыштар теләйем.


Вернуться назад