Кеше донъяға йәшәргә тыуа, бала ата-әсәһенә тормош шатлығы, бәхет өҫтәй, ғаиләгә нур бөркөп ебәргәндәй була. Бәлки, шуғалыр ҙа, сабый тыуғас, бөтә туғандары, дуҫ-иштәре, яҡындары ата-әсәнең оло ҡыуанысын уртаҡлашырға килә, бүләктәр бирә...
Ғәрифә апайым тыуғас та, йола буйынса яҡын туғандар беҙҙең өйгә килгән, атайым менән әсәйемде ҡотлаған. Уның матурлығына һоҡланмаған кеше булмаған. Ап-аҡ йөҙө, ҡара сәсе һәм ҡаштары, бөгөлөп торған оҙон керпектәре араһынан ялтырап, нур бөркөп торған сөм-ҡара күҙҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырмаған. Әсәйем, балаға күҙ теймәһен тип, йөҙөнә ҡором һөрткән.
Үкенескә ҡаршы, уның үҫмер осоро һуғыш йылдарына тура килә. Ул тиҫтерҙәре менән бер ҡатарҙан колхоз эшенә егелә. Йәй бесән саба, ат һәм үгеҙ егеп колхоз малы өсөн һалам, бесән ташый, оҙон-оҙон көлтәләрҙе эҫкерткә ырғыта, ер һөрә һәм тырмата. Әсәйем ауырып түшәккә ятҡас, өй эшендәге хәстәрлектәр ҙә апайымдың елкәһенә төштө.
Уның тиҫтерҙәренә уҡыу бик эләкмәне. Хатта Ейәнсура районының Байыш ете йыллыҡ мәктәбен тамамлаусылар ҙа һирәк булды. Урта мәктәптәр 35–50 саҡрым алыҫлыҡта ятҡас, унда барыусылар ҙа булманы беҙҙән. Апайым ете йыллыҡ белем менән генә сикләнеп ҡалды, әммә ул уҡырға, иҫәп-хисапҡа бик оҫта ине.
Һуғыш тамамланыр алдынан 19 йәшлек ҡыҙ баланы Байыш ауылының магазинына һатыусы итеп билдәләйҙәр. Ғәрифә апай был эшенә бөтә тырышлығын һалды, уны халыҡ яратты. Әммә яҡыныма бында оҙаҡ эшләргә тура килмәне. Яҡшы кешеләргә ҡарата көнсөлдәр ҙә, күрә алмаусылар ҙа табыла. Апайым шуға күрә эштән китергә мәжбүр булды. Имеш, Ғәрифәнең өҫтөнә күп сыҡҡан икән, тип тә ялған һүҙ сығарҙылар. Ошо ялған һүҙҙәр эҙһеҙ үтмәне. Ул Ҡаҙағстанға сығып китте һәм Аҡмулла ҡалаһында эшкә урынлашты. Етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнгән Биғәйҙәр исемле ҡаҙаҡ егетен осратҡас, бергә матур тормош ҡороп ебәрәләр. Аҙаҡтан Аҡмулла ҡалаһы Целиноград итеп үҙгәртелде.
Ҡаҙаҡ халҡы үтә ярҙамсыл, туғанлыҡты иң һәйбәт сифат итеп күрә. Еҙнәйҙең Күсәрбай исемле алыҫ ҡына ағаһы ҡаланың Ленин урамынан йәш ғаиләгә өй һатып алып бирә. Был өйҙә миңә күп булырға тура килде. Эргәһендә генә баҙар, беҙ унда дөйә ҡымыҙы эсергә бара инек. Ошонда уларҙың ҡыҙҙары Бағаш, улдары Булат тыуҙы.
Студент саҡта сит ҡалаға тәүгә барғанда, мин ҡаҙаҡ йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә аптырағайным. Ҡәҙерле ҡунаҡ килгән тип, еҙнәй ат һуйҙы, кисен ҡунаҡ йыйҙылар. Тәпәшәк кенә түңәрәк өҫтәлде уратып ултырҙыҡ. Өҫтәлгә услап ашай торған ҡаҙаҡ бишбармағын килтереп ҡуйҙы хужабикә. Еҙнәй кеше миңә тотош ат башын тотторҙо. Мин ни эшләргә лә белмәй аптырап ултырғанда, ул, иттең оҡшаған ерен киҫеп алып ҡабырға ла артабан башты түңәрәк буйынса ебәрергә кәрәк, тине, өҫтәлде урап сығыуға ат башынан тик һөйәктәр генә тороп ҡалды.
Бер ҡайтып инһәм, апай, керпектәренән йәш тамыҙып, йырлап ултыра:
Аҙаштырған болан балаһылай,
Яңғыҙ башым ситтә интегәм.
Көндәрен дә,
төнөн дә йөрәгем яна,
Иҫемә төшә тыуған илгенәм.
Башҡорт халыҡ йырҙарын бик оҫта йырлай ине. Ғөмүмән, атай-әсәйҙән башлап ғаиләлә йырламаған бер кем дә булманы. Апайым һәр йәйҙә ике балаһын етәкләр ҙә, сумаҙанын йөкмәп, ауылға килер ине. “Балаларым тыуған ауылымды, уның тәбиғәтен күреп, башҡорт телен белеп, ошо телдә һөйләшеп үҫһен”, — ти торғайны.
Үкенескә ҡаршы, Ғәрифә апай 67 йәшендә был донъяны ҡалдырып китте. Ошо мәлдә ҡаҙаҡ халҡының кешелекле, ярҙамсыл булыуын, кеше ҡайғыһын үҙенекеләй күреүен аңланым.
Булаттың таныштары хушлашыу мәжлесенә ат һуйып алып килгән. Уны өйҙә ҙур ҡаҙан аҫып бешерәләр, һәр килгән кеше ауыҙ итмәйенсә китмәй. Дуҫ-иштәре 10 ҡуй (һарыҡ) килтергән, төҙөлгән махсус комиссия аҡса, хәйер йыя. Һәр береһенең исеме дәфтәргә теркәлеп, сумма һәм хәйер яҙылып бара. Һуңынан комиссия бөтә йыйылғанды етеһенә, ҡырҡына, йыллығына бүлеп, хужаға тапшыра һәм дөрөҫләүсе ҡағыҙҙы ҡулына ала. Был исемлек ғүмер буйы һаҡлана. Әгәр шулар араһында кемгәлер зыян килһә йәки үлеп китһә, Булат шул аҡсаны хатта күберәк итеп алып барырға тейеш. Был — яҙылмаған ҡанун.
Тормош булғас, ҡайғы-хәсрәт килеп кенә тора. Өс — дүрт йыл элек апайымдың ҡыҙы Бағаш мәрхүмә булды. Уның ире Астанала Ҡаҙағстан Президенты хакимиәтендә машиналар паркында механик булып эшләй ине. Уны ерләүҙе хакимиәт үҙ өҫтөнә алды.
Тағы бер матур йола бар. Ҡәбер өҫтөнә кирбестән бәләкәй генә өй эшләп (төҙөп) ҡуялар. Ул мәйет ятҡан урынды ел-ямғырҙан, ҡар-бурандан һаҡлай, йәй көндәрендә сәскәләр үҫтерергә мөмкинлек бирә.
Ваҡыт уҙа тора. Апайымдың улы Булат бик аҡыллы һәм сибәр Нурғәйшә исемле ҡаҙаҡ ҡыҙына өйләнде. Уларҙың Данийәр исемле улы бар. Атаһы улы менән йыш ҡына әсәһенең тыуған еренә килеп китә. Булат менән шунда осрашҡайныҡ. “Әсәйем аҡыл эйәһе булған икән, — ти ул башҡортса. — Үҙе ныҡ ауырыһа ла, беҙҙе ауылына алып ҡайтҡан. Уның изге уйҙарын әле бигерәк тә ныҡ аңлайым. Шуға улым менән ошо матур йоланы дауам итергә тырышабыҙ”. Астананан Ейәнсураға яҡын түгел. Уның менән әсәһе йөрөгән урман-тауҙарҙы, йәмле Ҡаҫмарт йылғаһы буйын, сылтырап аҡҡан шишмәләрҙе йөрөп ҡайттыҡ.
Сәлимйән ҒҮМӘРОВ.