Ҡартайғанһығыҙ, тип тормайҙар...20.12.2013
Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының уңышлы эшләүенә беҙ, өлкәндәр, бик һөйөнәбеҙ. Йәш белгестәр ололарҙы ихлас ҡабул итә, ҡартайғанһығыҙ инде, тимәй, тырыша-тырыша беҙҙе дауалайҙар.
Дауахана һис буш тормай. Дауалау ҙа, линзалар ҙа, дарыуҙар ҙа, хатта операциялар ҙа түләүһеҙ. Туҡланыу өсөн бер тин алмайҙар. Аҡты ҡаранан айырмаған ауырыуҙар ҙа, күҙ нурҙары асылып, һөйөнөп ҡайтып китә. Беҙгә изгелек күрһәткән, белемле, киң күңелле медицина хеҙмәткәрҙәренә яратҡан гәзитебеҙ аша оло рәхмәтебеҙҙе еткерһәгеҙ ине. Миңнулла Әпсәләмов, Айгөл Бикбулатова, Гөлзиә Яҡупова, Юлай Борханов, Әлиә Мөхәмәтйәнова һәм башҡаларға уңыштар, яҡшы кәйеф, сәләмәтлек теләйбеҙ. Халыҡ һаулығы һағында уяу торғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Тимербикә ШӘРИПОВА (Ғафури районы),
Фәйрүзә МУРДАНОВА (Илеш),
Кифая КҮРГӘНОВА (Борай),
Фәниә СӘЛӘХОВА (Бүздәк),
Мәҙинә ӘХМӘТОВА (Благовар),
Гүзәл СӘРҮӘРЕТДИНОВА (Кушнаренко),
Сәлимә ЙОСОПОВА (Өфө ҡалаһы).


Вернуться назад