Стела һәйкәл түгел20.12.2013
(“Вәлидигә һәйкәл ошолай буласаҡ”, 2013 йыл, 22 ноябрь, № 225-226)

Абҙаҡ ауылы китапханаһы мөдире Сәлиә Мәхмүтованың мәҡәләһен уҡығас (“Һәйкәлдең проектын күрге килә...”, № 194-195, 4 октябрь, 2013 йыл), бының дауамы булыр тип өмөтләнеп, көтөп йөрөнөм. Ниһайәт, “Башҡортостан”дың 225-226-сы һандарында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитовтың яуабы донъя күрҙе.
Алдан уҡ әйтеп ҡуям: яуапты Өфө ҡалаһы хакимиәтенән түгел, юғарыраҡ органдарҙан, мәҫәлән, министрлыҡтан, көткәйнем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда бер ниндәй ҙә яңылыҡ тапманым. Асыҡ конкурста архитектор Д.М. Мәғәфүров менән скульптор В.А. Дворник еңгәнен Сәлиә һеңле үк яҙып сыҡҡайны. Ә күккә олғашҡан стела, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, мине бер нисек тә ҡыҙыҡһындырманы. Стела стела инде ул, һәйкәл түгел. Минең, мәҫәлән, “күккә ашҡан” ҡоролмаға йәбештереп ҡуйылған бәләкәй генә бюсты түгел, ә ысын мөһабәт һәйкәлде күргем килә.
Беҙҙең яҡта, көньяҡ-көнсығышта, Әхмәтзәки Вәлидигә ике бюст ҡуйылған. Икеһе лә күптән, үткән быуат аҙағында, эшләнгән. Тәүгеһе — Сибайҙа, ғалим исемендәге урамдың (ә ул — ҡаланың кеше күп йөрөгән иң ҙур, иң матур урамдарының береһе) уртаһында урынлашҡан. Халыҡ сәскәнән өҙмәй. Икенсеһе — Темәстә. Икеһенең дә авторы бер кеше — Хәйҙәр Ғарипов. Бынан 12 йыл элек, 24 ноябрҙә, беҙҙә Төркиәнең ул ваҡыттағы дәүләт министры Абдул Халюк Мехмет Чай етәкселегендәге делегация булып киткәйне. Темәс ауылында халыҡ менән осраштылар, Вәлиди бюсына сәскә һалдылар. Икенсе көн дәүләт министры Сибайға барырға теләген белдергән. “Юл бик алыҫ, тайғаҡ, йөрөмәгеҙ — унда ла ошондай уҡ һәйкәл тора”, — тиһәләр ҙә, оло ҡунаҡ:
— Уҡытыусым Зәки Вәлидиҙең йәшәгән, йөрөгән ерҙәрен күргем килә. Бында килеп еткәс, Сибайға ла һуғылып ҡайтайым инде. Мин тормошом менән ул кешегә бурыслымын, — тигән.
Сибайҙа ҡуйылған бюсты улар бик оҡшатты. “Быны яһаған кеше уның характерын, асылын күрһәтә белгән”, — тинеләр.
Беҙ, минеңсә, Әхмәтзәки Әхмәтшах улы Вәлидиҙең кем икәнлеген һаман булһа баһалап етмәйбеҙ. Уның бөтә донъяға билдәле, бәлки, берҙән-берҙер әле, төркиәтсе булғаны өсөн генә һәйкәл ҡуйырға кәрәк ине лә бит. Вәлиди — башҡорт милли хәрәкәте лидеры ғына түгел, беренсе Башҡортостан Хөкүмәтен ойоштороусы ла, республика төҙөлөшөнә нигеҙ һалыусы, Рәсәй федерализмы нигеҙҙәре башланғысында торған кеше.
Хәҙер һүҙлектәргә күҙ һалайыҡ: “Һәйкәл — ул ҙур тарихи ваҡиғаға йәки билдәле кешеләргә бағышлап ҡуйылған архитектур йәки скульптур ҡоролма”. “Стела — һәйкәл итеп ҡуйылған яҙыулы йәки һүрәтле таҡтаташ”. Таҡтаташ! Таҡтаташ ҡына... Бөтә ғүмерен туған халҡы бәхете өсөн биргән шәхескә таҡтаташ ҡуяйыҡмы?
Минеңсә, был проектты тормошҡа ашырыр алдынан ныҡ уйланырға кәрәк. Ниңә ул проектты бөтә халыҡ тикшереүенә сығарыуҙан ҡурҡалар? Архитектор Д.М. Мәғәфүров менән скульптор В.А. Дворник нисек еңеп сыҡҡан? Конкурста нисә проект ҡатнашҡан? Ниңә уларҙың эшенә ҡарата белгестәр, яҙыусыларыбыҙ, күп һанлы премия лауреаттары фекерен белдермәй? Уларға ҡағылмаймы ни был эш?


Вернуться назад