Алдыралар, уҡыйҙар, ышаналар20.12.2013
Тормош ығы-зығыһына ҡарамай, тоғро дуҫтарыбыҙҙың сәләм юлларға ваҡыт табыуы ҡыуандыра. Әүҙем авторҙарыбыҙ был юлы ла беҙҙе фәһемле яҙмалары, мәҡәләләре менән һөйөндөрҙө. Ғөмүмән, төрлө иҫтәлекле ваҡиғалар, шатлыҡлы хәлдәр тураһында редакцияға хаттар күп килә.
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәргә арналған хаттар ҙа байтаҡ ине. Араларында мәктәптә уҡыусыларҙың мәҡәләләре булыуы һөйөндөрә. Уларҙың иң яҡшылары гәзит биттәрендә урын алды.
Уҡытыусыларға арналған хаттар ҙа күп кенә. Остаздарына һоҡланалар, гәзит аша рәхмәт һүҙҙәрен еткерәләр.
Өфө ҡалаһынан Сәриә Сәләхова иһә гәзиттәге ыңғай үҙгәрештәргә генә түгел, ауылдаштары өсөн дә сикһеҙ шатлана. «Тыуған яғымда – Салауат районының Яхъя ауылында – утыҙ йыл самаһы мәктәп булманы. Балалар Ишембайҙа йә күрше өлкәлә белем алды. Уйлап ҡарайым да, элекке мәктәбебеҙ насар булманы, уҡытыусылар көслө ине тим, сөнки ауылыбыҙҙан бик күп билдәле шәхес сыҡты. Хәниф Сәләхов, Хәнифә Искәндәрова, Мәүлит Ишмөхәмәтов, Ҡәнзәфәр Солтанов, Ишмөхәмәт Ялалов, Таңһылыу Ғәниева ошо мәктәпте бөтөргән. Ауылыбыҙҙан сыҡҡан медицина фәндәре кандидаттары, уҡытыусылар — айырыуса ғорурлығыбыҙ. Элекке урында матур, күркәм, ике ҡатлы мәктәптең ҡалҡып сығыуы балаларға ҙур бүләк булды. Үҙ ваҡытында гөрләп торған мәктәпте тергеҙгәндәре өсөн район хакимиәтенә, Нияз Шакировҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ», — тип гәзит уҡыусылар менән шатлығын уртаҡлашҡан хат авторы.
Ауырғазы районының Талбазы ауылынан Ғәзимә Шәмсетдинова яҙған хатты уҡыйыҡ: «Колхозда эшләп, ҡулға аҡса керә башлағас, үҙ исемемә «Ҡыҙыл Башҡортостан»ға даими яҙылдым. Олоғайғас, күҙҙәр насарайғас, әллә бүтән алдырмаҫҡамы икән тип уйлағайным, әммә гәзитһеҙ йәшәп булмай. Яңғыҙ ҡалдым, шуға ла гәзит – минең өсөн берҙән-бер йыуаныс. Хаҡына ла ҡарамайынса йыл да «Башҡортостан»ға яҙылам, сөнки ул йәнемде йыуата».
Әүҙем авторыбыҙ – Белорет районының Манышты ауылынан Нурулла Миһранов иһә ауылдашы Рәнзил Мөлөков хаҡында бәйән итә. «Мин уны мәктәптең алдынғы уҡыусыһы булараҡ беләм, – ти ул. – Бер саранан да ситтә ҡалманы, үҙен яҡшы спортсы булараҡ танытты. Урындағы мәктәпте тамамлау менән үҙе яратҡан һөнәрҙе үҙләштереү өсөн Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына уҡырға инде. Хеҙмәт яратҡан Рәнзил Ринат улы бында ла һынатманы, тырышып белем алды, уҡыу йортон уңышлы тамамланы. Күптән түгел ул армия сафына саҡырылды. Ульяновск ҡалаһында урынлашҡан Һауа-Десант ғәскәрҙәре часына алынды. Яуаплы бурысын намыҫ менән үтәйәсәгенә әсәһе генә түгел, барлыҡ туғандары, ауылдаштары, уҡытыусылары ышана».