"Кеше биографияһын боҙманым!"20.12.2013
"Кеше биографияһын боҙманым!"Ниндәй матур һәм тәрән мәғәнәле һүҙҙәр! "Туҡмаҡ-Ҡарандан Ҡандағарға тиклем" тигән китаптан алынды был юлдар. Уйландырҙы, тетрәндерҙе лә ошо мәҡәләне яҙыуға этәрҙе. Ул китаптың авторҙары — дүрт тиҫтәгә яҡын ғүмерен дәүләт именлеге хеҙмәтенә арнаған отставкалағы полковник Йәүҙәт Исҡужин менән уның ҡатыны Миңзифа Исҡужина. Баҫма тәүҙә урыҫ телендә донъя күрҙе, былтыр иһә тулыландырылып, байытылып башҡортса баҫылып сыҡты.
Йәүҙәт олатай, ауыр хеҙмәттә хәтһеҙ ваҡыт эшләүенә ҡарамаҫтан, үтә кешелекле, тыныс, баҫалҡы, нескә күңелле кеше. Тупаҫлыҡ, мин-минлек — уға бөтөнләй ят ҡылыҡ, һәм мин уйлап ҡуям, әллә бөтә Исҡужиндар тоҡомо шулаймы икән тип, сөнки минең атайым да, ҡустым Венер ҙа көслө ихтыярлы спорт мастеры ла, шул тиклем нескә күңеллеләр ине. Ә был сифат бит кеше өсөн — иң мөһиме, сөнки кешелек сифаттары һинең ошо күңел киңлегеңдән сығып билдәләнә һәм шуның нигеҙенә илһөйәрлек тойғолары үрелә. Был төшөнсәләр бөгөнгө көндә бик көнүҙәк, ни генә тимәйек, бөтә кеше лә хәҙер зыялы, мәғлүмәтле, ә кешелеклелек сифаттары артҡа тәгәрәгәндән-тәгәрәй. Халыҡҡа әйтер һүҙе булған шәхестәр генә шулай ихлас һәм бер тынала уҡырлыҡ китап яҙа ала ул. Китапты олоһо ла, кесеһе лә ихласлап, рәхәтләнеп уҡып сығырлыҡ. Хатта мәктәптә "Тормош һабаҡтары"ның бер бүлегенә индерергә мөмкин. Бөгөн йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү көнүҙәк мәсьәлә булғанда, был бигерәк тә әһәмиәтле.
— Һәр саҡ көндәлек алып бара инем. Был яҙмалар иң хәл иткес, иң көсөргәнешле мәлдәремдә, бигерәк тә Афған фетнәселәре араһында эшләгәндә ярҙамға килә ине, — ти бөгөн аҡһаҡал Йәүҙәт Исҡужин. Шул тиклем ихлас һәм матур телле факттарға нигеҙләнеп төрлө-төрлө эпизодтар менән тулыландырылған китап документаль повесты хәтерләтә. Хатта уны хәтирә-повесть тип тә атарға була. Үзбәкстанда йәшәгән осоронда ла "Совет Башҡортостаны" (хәҙерге "Башҡортостан") гәзитен алдырып уҡый улар — Тимерғәле, Мөхәммәт, Йәүҙәт олатайҙар һәм Тәлғәт ағай. Дәүләт именлеге комитеты офицеры Йәүҙәт Исҡужиндың шәхес бәҫе, эскерһеҙлеге ошо китапта ла, тормоштағыса, ярылып ята.
"Туҡмаҡ-Ҡарандан Ҡандағарға тиклем" китабын уҡып, үҙеңде бөтә Ер шарына сәйәхәт ҡылғандай хис итәһең, берсә уйланаһың, берсә һоҡланаһың, фәһем алаһың, йә иһә унда яҙылғандарҙың бөтәһе лә ысын тормоштан алынғанлығына инанып, нисек итеп лайыҡлы йәшәргә кәрәк тигән һығымта яһайһың. Йәүҙәт олатайҙың күп кенә билдәле, бөйөк шәхестәребеҙ яҙмышында ниндәй роль уйнағанын күрәбеҙ: башҡорт әҙәбиәтенең атаҡлы классигы Һәҙиә Дәүләтшинаны, драматург, фольклорсы Мөхәмәтша Буранғоловты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәре Муса Мортазинды, донъяға билдәле ғалим-төркиәтсе Әхмәтзәки Вәлидиҙе, ғөмүмән, ғәйепһеҙ хөкөм ителеүселәрҙе реабилитациялауҙа әүҙем ҡатнаша. Үҙенең шәкерттәре менән дә хаҡлы ғорурлана бөгөн ил ағаһы: мәҫәлән, Марат Харисов Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана, Александр Грищенко — Башҡортостан буйынса Федераль именлек хеҙмәте начальнигының беренсе урынбаҫары, Мөбәрәк Бикҡолов — Федераль именлек хеҙмәте идаралығы начальнигының кадрҙар буйынса урынбаҫары, Владимир Лебедев — бүлек начальнигы, Әнүәр Мәхмүтов — Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты, Рудик Исҡужин, Рафаил Латипов һ.б. Быларҙың барыһының да остазы булған Йәүҙәт Ғәли улы Исҡужиндың үҙ уҡыусыларына тапшырған ҡиммәтле тәжрибәһе уларҙың эштәрендә лә, тормоштарында ла ярҙам иткән һәм һәр саҡ яҡты маяҡ булып торған. Китаптың бөйөк яҡташыбыҙ Рудольф Нуриевҡа бәйле "Иордания королеваһы Фатима ханым — Өфөлә" тигән өлөшөн уҡығанда күҙ йәштәреңде тыйыу мөмкин түгел. Ошо бүлек — уның тураһында спектакль ҡуйыу, фильм төшөрөү өсөн бик ҙур табыш һәм тетрәндергес ваҡиға. Китап тәрән психологизм менән һуғарылған. Үткән көҙ “Башҡорт китабы” магазинында торғанда Өфө сәнғәт академияһында уҡыусы студенттар уның тураһында материал эҙләп йөрөй ине, мин ошо китапты күрһәттем, һәм улар өсөн Рудольф Нуриевтың асылмаған тағы бер бите асылған. Был — серле һәм хикмәтле китап.
"Кеше биографияһын боҙманым!"Шулай уҡ был мәғлүмәтле әҫәрҙә Рудик Ғәзиз улы Исҡужин тураһында матур-матур фекерҙәр бар. Ул Рәсәйҙең Федерация Советы ағзаһы булды, полковник. Күптән түгел булдыҡлы, ҡыйыу ир-уҙаман Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бойороғо менән республика Президенты кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде. Беҙ уны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ! Үҙе әйтеүе буйынса, заманында тап Йәүҙәт Исҡужин уға эшкә етди ҡарарға өйрәткән, рухи остазы булған. Күмертау электр селтәрендә техник-релейщик бригадаһында эшләгән һәм параллель рәүештә үҙаллы һынауҙарға әҙерләнгән ҡара тырыш егет чекист эшенең стандарт булмаған ситуацияға программаланған, хәл ителеше һиңә генә бәйле булған ирҙәр эше икәнлеген ул бөгөн үҙ иңендә татып белә. Тап ул шундай ҡатмарлы ситуациялар менән бер нисә тапҡыр Афғанстанда (унда ун йыл хеҙмәт итә) һәм Яҡын һәм Урта Көнсығыштың башҡа илдәрендә тап була, һәм ауыр шарттарҙа Рудик Исҡужин үҙ-үҙен ысын белгескә әүерелдерә. Бөгөн дә ул был илдәрҙең вәкилдәре менән эшлекле, ысын дипломаттарса аралаша һәм дәүләт кимәлендәге яуаплы эш башҡара. Шулай уҡ Африкала, бер нисә мәртәбә Латин Америкаһында, Европала булған. Улар бит беҙ тыныс йоҡлаһын тип тырышҡан һәм тырыша. Китаптың "Үлемгә күнегеп булмай" тигән өлөшөндә шундай юлдар бар: “Бер ваҡыт Ҡабулда кемдер миңә башҡортса өндәште: — Йәүҙәт абзый, сәләм! – Минең ике туған ҡусты Рудик Исҡужин булып сыҡты. — Һин нисек бында килеп эләктең? — тип һорайым унан. — Бына, кисә генә килдем, тәржемәсе булып эшләйәсәкмен.
Шунан ары Ҡабулға отчет менән барған һайын ҡустым янына туҡталмай китмәнем. Ул ғаиләһе менән Ҡабулда йәшәне. Миңә, иң ҡайнар нөктәлә хеҙмәт иткәнгә күрә, ғаиләмде килтерергә рөхсәт бирмәнеләр. Йыл һайын ҡатыным Миңзифа ҡунаҡҡа килде. Яңы йылды беҙ ҡустыларҙа ғаиләбеҙ менән ҡаршыланыҡ.
Тәүге тапҡыр ғәжәпләнгән нәмә — ҡала баҙарында утынды картуф һымаҡ итеп үлсәп һатыуҙары (80-се йылдарҙа). Бер килограмм утындың хаҡы икмәккә торошло ине. Шул уҡ ваҡытта урындағы бер кеше лә ҡалала йәки унан ситтә үҫкән ағас менән ҡыуаҡҡа теймәй. Беҙ Ҡандағарҙа ҡала менән аэропорт араһындағы ярты юлдағы хәрби ҡаласыҡта йәшәнек. Ул АҠШ хәрбиҙәренән ҡалған ине. Дошмандар юлды даими рәүештә утҡа тотҡанлыҡтан, ҡаланан ябай машинала сығырлыҡ түгел, БТР-ҙа йөрөйбөҙ. Беҙгә күрше йортта тәржемәселәр торҙо. Уларҙың береһе Хуршид — Сәмәрҡәндтән, педагогия институты уҡытыусыһы. Беҙ уның менән дуҫлаштыҡ. Миңә полковник званиеһы биргәс, Хуршид өҫтәл япты, былау әҙерләне. Ул мәғәнәһеҙ һәләк булды. Тәғәйен ике йылын хеҙмәт итеп ҡайтып китергә йыйынғанда балаларына күстәнәс алыр өсөн аэропортҡа китә. Кире ҡайтҡанда уларҙың машинаһын дошмандар утҡа тота. Дауаханаға барып етмәй юлда үлде. Үлемгә күнегеүе ауыр, бигерәк тә иңгә-иң терәшеп оҙаҡ йылдар бергә булған, һуңғы һынығыңды бергә бүлешкән иң яҡшы дуҫтарың һәләк булһа". Ошо юлдарҙы уҡып тетрәнгәндән һуң, минең күңелемдә түбәндәге шиғыр юлдары тыуҙы:

Афғанстан, Ҡабул һәм Ҡандағар...
Иҫкә төшһә был исемдәр,
Зымбырлап та китә, уф, тәндәрең
Өндә генә түгел, төшөңдә!

Унда булып ҡайтҡан һәр бер һалдат
Белә тыныс тормош ҡәҙерен,
Ҡайтмағандар рухы нәҙере бар:
Һаҡларға ул тейеш ерен.

Афғанстан, Ҡабул һәм Ҡандағар
Сыға алмай һаман күңелдән.
Яуҙа йөрөй һымаҡ ветерандар
Шаңдауҙары тынмаҫ сит илдә...

Афғанстан, Ҡабул һәм Ҡандағар —
Нисә быуын үткән оло яу!
Булмаһын, ти хәтер, ундай хәтәр.
Ир иңенә ятҡан ул һынау!

Шулай итеп, китап аша ябай ауыл малайының иңенә төшкән барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп, йәшәү өсөн, йәнен-тәнен аямай илгә файҙалы кеше булыу өсөн тырышыуы һүрәтләнә. Күпме һынауҙар аша үтеп үҙ маҡсатына ирешеүенә һоҡланаһың, яҙылғанының гәрәбә бөртөгөнән йыйылған алтын аҡыл тупланмаһының ҡиммәтле һабаҡ бирерлек дәрес икәнлегенә төшөнәһең. Йәүҙәт Исҡужин хәтирәһенән тағы бер өҙөк килтерһәм, был һүҙҙәремә иҫбатлама табырһығыҙ: “...Мин вайымһыҙ атыусы менән профилактик әңгәмә алып барҙым. Нимә эшләп йәш кешенең биографияһын боҙорға кәрәк?! Уның ҡылығында ваҡ хулиганлыҡтан һәм малайса дәрттән башҡа бер нимә лә тойолмағас, уны иҫәптә ваҡытлыса ҡалдырып, бер аҙ күҙәтеү аҫтында тоттоҡ. Йәш кеше аҙаҡ бөтөнләй үҙгәрҙе һәм үрнәкле уҡыны. Институтты уңышлы тамамлағас, беҙ уны Дәүләт именлеге комитетына саҡыртып алдыҡ та Мәскәү Дәүләт именлеге комитеты эргәһендәге ике йыллыҡ мәктәпкә уҡырға ебәрҙек. Һөҙөмтәлә, беҙҙең “подопечный” Дәүләт именлеге комитеты рәйесе урынбаҫары булып үҫте. Бөгөнгө көндә ул хаҡлы ялда”.
"Асылда, һәр ваҡыт кешеләргә ярҙам итергә, хәл-ваҡиғаның сәбәбен асыҡларға тырыштым. Кешенең артабанғы тормошонда биографияһы боҙоласағын аңлап, хөкөмгә тарттырырға ашыҡманым. Дыуамал аҙым яһаманым, минең ҡарарым һәр ваҡыт уйланылған, үлсәнелгән, тикшерелгән дәлилдәргә нигеҙләнде", – ти мәҡәлә геройы.
Китапҡа бындай ҡыҙыҡлы хикәйәттәр күп тупланған, алып уҡырға ғына кәрәк.


Вернуться назад