Хеҙмәте маҡтауға лайыҡ20.12.2013
Хеҙмәте маҡтауға лайыҡЙыл полицейскийы

Рәсәй кимәлендә бер нисә йыл рәттән "Халыҡ участковыйы" тигән конкурс үткәрелә. Был сарала Башҡортостан вәкилдәре лә әүҙем ҡатнаша һәм гел иң-иңдәр исемлегенә инә. Быйыл Мәскәүгә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһындағы бүлегендә участка инспекторы булып эшләгән Илдар Мөхәмәтшин юлланды һәм маҡтау грамотаһы алып ҡайтты. Интернет селтәрендә Илдар өсөн егерме меңдән ашыу кеше тауыш биргән.
Илдар Мөхәмәтшин был хеҙмәттә — 13 йылдан ашыу. Ҡаланың 28 һәм 29-сы биҫтәләрен хеҙмәтләндерә ул. "Участка инспекторының төп бурысы — мөмкин тиклем халыҡҡа яҡыныраҡ булыу һәм беренсе шылтыратыуҙан уҡ ярҙам ҡулы һуҙыу", – ти егет. Уның участкаһында дүрт меңдән ашыу кеше йәшәй һәм, үҙенең участка инспекторын белеп, хөрмәт итеп торалар. Майор иртән эштә граждандарҙы ҡабул итһә, кисен имен булмаған ғаиләләрҙең өйөнә мотлаҡ һуғыла. Енәйәттәрҙе асыҡлау буйынса иң һөҙөмтәле участкаларҙың береһе тип иҫәпләнә уның ҡарамағындағы биҫтәләр.


Вернуться назад