Алдынғы булырыбыҙға ышандыҡ!20.12.2013
Алдынғы булырыбыҙға  ышандыҡ!Йыл сайты

Ауырғазы районы хакимиәтенең рәсми сайты 2013 йылда Бөтә Рәсәй «Иң яҡшы муниципаль сайт» конкурсында, Воронеж өлкәһенең Рамон районы порталынан бер аҙға ғына ҡалышып, лауреат булды.
Республика муниципалитеттары интернет-порталдарының был ярышта күптән призлы урын алғаны юҡ ине. 2002 йылдан башлап Өфө сайты ғына лауреат (2004 йыл) һәм еңеүсе (2003 йыл) булғайны.
– Конкурста беренсе тапҡыр ҡатнашыуыбыҙға ҡарамаҫтан, ниндәй ҙә булһа уңышҡа өлгәшәсәгебеҙгә ышандыҡ, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ауырғазы районы хакимиәтенең мәғлүмәти-хоҡуҡи тәьминәт бүлеге начальнигы Сергей Цуканов. – Беҙҙең сайт 2010 йылда булдырылды. Шул ваҡыттан алып хакимиәттең бөтә бүлектәре ҡатнашлығында көсөргәнешле, маҡсатлы эш алып барылды, һәм тәүге һөҙөмтә үҙен оҙаҡ көттөрмәне. Әммә бының менән генә сикләнергә уйламайбыҙ, мәғлүмәт порталын артабан камиллаштырырға, киләһе йылдарҙа ла бәйгелә ҡатнашырға ниәтләйбеҙ.


Вернуться назад