Гәзит биттәренә йән өрә20.12.2013
Гәзит биттәренә йән өрәЙыл фотохәбәрсеһе

Фотоаппарат тигән нәмә булмаһа, кешеләр үҙ тормошондағы күп хәлдәрҙе онотоп бөтөр ине. Бына мин, йәш ярымда етем ҡалған малай, атайымдың фотоһы булмаһа, уны нисек итеп күҙ алдына килтерер инем? Шуға ла ошо һүрәттәрҙе тарихта ҡалдырған, исемдәре лә билдәле булмаған фотографтарға һәр саҡ күңелемдә рәхмәттәр йөрөтәм.
Хәҙер фотоһүрәт менән бер кемде лә ғәжәпләндерә алмаҫһың. Бала-сағаһына тиклем ҡулындағы телефоны менән һине һүрәткә төшөрөп ала. Был һөнәрҙең бөтөнләй ҡәҙере киткән кеүек.
Әммә фото сәнғәтенең ҡәҙере бер ваҡытта ла бөтмәйәсәк, сөнки уны иң юғары сәнғәт кимәленә күтәреүсе, ошо изге эшкә ғүмерҙәрен арнаған, кешеләргә шатлыҡ өләшеүсе, хатта, әйтер инем, уларҙың ғүмерҙәрен оҙайтыусы оҫталар ҙа етерлек әле. Улар тормошобоҙҙоң барлыҡ күренештәрен, кешеләрҙең төрлө саҡтағы кәйеф-сафаларын, хатта тәбиғәттә һирәк була торған ҡабатланмаҫ хәл-ваҡиғаларҙы "эләктереп алып", тарихҡа юйылмаҫлыҡ итеп теркәп ҡуя.
Күптәр артыҡ иғтибар ҙа итмәгән, әммә ғәжәп ҡатмарлы тойомлау, һиҙгерлек талап иткән был һөнәрҙең бер эйәһе күңелемә яҡын минең. Ул — үҙ ғүмерен ошо үлемһеҙ сәнғәткә арнаған Айрат Нурмөхәмәтов атлы ир-егет. Һалдат хеҙмәтенән ҡайтҡас, күп тә тормай, "Башҡортостан" гәзите редакцияһына эшкә килде һәм, бәхетенә күрә, ғәжәп талантлы фотограф Анатолий Виноградов ҡулына эләкте. Минеңсә, фотоһәүәҫкәр оҫталығының бүтән кеше аңламай торған нескәлектәрен ул, моғайын, ошо иҫ киткес һиҙгер күңелле кеше аша өйрәнгәндер.
Әлбиттә, фотографтың оҫталығын арттырыусы төп мәктәп — уның көндәлек эше. Фотограф һәр саҡ эш өҫтөндә: Өфөлә үтеп торған һәр төрлө саранан да ситтә ҡалыу ярамай, гәзит хәбәрселәре менән райондар буйлап сығып китеү... Былар бөтәһе лә бер төрлө, ялҡытҡыс эш кеүек. Әммә үҙ һөнәренә мөкиббән киткән, уның нескәлектәрен, серҙәрен төплө белгән, ошо эшенән тәм һәм йәм тапҡан оҫта фотокамераһын кемгәлер, нимәгәлер төбәгән һайын үҙенә яңылыҡ таба, һәр эшенән йыуаныс ала.
Бергәләп командировкала йөрөгәндә, һәр төрлө йыйында булғанда Айраттың нисегерәк эшләүен күҙәткән бар. Ул үҙ тирәһендәге кешеләрҙең күҙенә артыҡ салынмай ғына йөрөп ята, хатта ниндәйҙер ҡыҙыҡлы күренеште, үҙенсәлекле ҡиәфәтле кешене эләктерергә тырышыуын да тоймайһың. Ә ул үҙенә кәрәген таба, "эләктереп" ала һәм беҙ уның гәзит биттәрендә баҫылып сыҡҡан һүрәттәрендә һәр саҡ ниндәйҙер яңылыҡ күрәбеҙ.


Вернуться назад