Йыл ҡыйыулығы
Августа була был хәл. Белорет ҡалаһында гәзит-журнал таратып йөрөгәндә почтальон Гөлнара Сәләховаға аҡса талау ниәте менән һөжүм итәләр.
Үҙенең сослоғо, ҡаушап ҡалмауы арҡаһында ғына иҫән ҡалған ул. Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығы етәкселеге Гөлнара Рәшит ҡыҙын "Батырлыҡ өсөн" билдәһе, 30 мең һум күләмендә аҡса менән бүләкләне.
– Һөжүм итеү осрағынан һуң ҡайһы берәүҙәр бынан китергә, хәүефһеҙерәк эш эҙләргә кәңәш бирҙе, – тип һөйләй почтальон Гөлнара Сәләхова. – Һайлаған һөнәрем оҡшай, бүтән ергә күсергә уйламайым да. Әлбиттә, төрлө кеше бар. Шикле әҙәмдәргә һаҡсылар менән барырға тырышам.
Почтальондың тырыш хеҙмәте Белорет почтамтының маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған. 2009 йылда иһә матбуғатҡа яҙҙырыу планын тултырғаны өсөн телевизор менән дә бүләкләнгән Гөлнара. Былтыр "Иң яҡшы почтальон" республика конкурсында ҡатнашып, призлы урын яулаған.