Аҡбейектә "ҡала" хасил булды20.12.2013
Аҡбейектә "ҡала" хасил булдыЙыл мөғжизәһе

Бөрйән районындағы "Таң" гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Таңһылыу Баһауетдинованың "Нимә булды был: миражмы, параллель донъямы?" тигән мәҡәләһе республиканы шаулатып, халыҡты ҡуҙғытып ебәрҙе.
Автор тыуған ауылы Байғаҙыға ҡайтып барғанында Бөрйәндең бер нисә тауы күренеп торған асыҡ ерҙә мөғжизәле күренешкә тап булған. "...Офоҡта ҡара шәүлә барлыҡҡа килде. Аңғансы ул икенсе бер ҡиәфәткә инде. Фотоаппаратымды тоҫҡап, төшөрөргә маташам, баҫылмай ҙа ҡуя. Ул арала теге шәүлә юҡҡа сыҡты, уның ҡарауы, шул тирәлә аҡлан барлыҡҡа килде лә, күп тә тормай, йәнә юғалды, — тип яҙа Т. Баһауетдинова. — Ҡараһаҡ, Аҡбейек тауҙары өҫтөндә тотош ҡала хасил булған: бишәр, туғыҙар ҡатлы йорттар теҙелгән... Саҡ ҡына ситкәрәк китеп, баяғы офоҡ яғына ҡарап тора башланым. Ул күҙ алдымда бер урындан уртаға ярыла башламаһынмы... Ҙур ғына асыҡлыҡ хасил булды..."
"...Асыҡ ерҙә туҡтарға булдым. Офоҡта ниндәйҙер формалар барлыҡҡа килә, үҙгәрә һымаҡ, — тип һөйләгән Таңһылыу Сәйфетдин ҡыҙына тәбиғәт мөғжизәһен иң тәүҙә күргән яҡташы Дәриғәт Ямалов. — Офоҡ буйлап эшелонлы поезд китеп бара. Күҙ алдында ҙур асыҡ ялан барлыҡҡа килде, уның уртаһында ике кеше лә торған һымаҡ. Поезд алыҫ киттеме икән, тип шул яҡҡа ҡараған арала теге яланды ағас баҫып өлгөргән. Поезд туҡтап, кешеләрҙе төшөрҙө. Унан "АН-2" һымаҡ ике ҡанатлы самолет килеп төштө, аэродромындағы һыҙыҡтарына тиклем күренде. Унан да кешеләр төштө. Урман араһынан биш ҡатлы йорт хасил булды, теге яҡтараҡ — туғыҙ ҡатлыһы... Мәсет тә күҙгә салынғандай булды.
Ә Аҡбейек тауҙары өҫтөндә, үҙегеҙ күрҙегеҙ, тотош ҡала барлыҡҡа килде. Аҙаҡ, һеҙ киткәс, бөтөнләй һәйбәт күренә башланы. Өйҙәрҙең тәҙрәләренә, урамдарға тиклем күҙгә асыҡ салынды. Тик светофорҙар юҡ ине. Тауҙар ныҡ аптыратты: берсә баштары яйлап дүрткелгә әйләнә, берсә Карпатҡа оҡшап китәләр. Тора торғас, икәүһе ҙурайып, ҡапҡа хасил итте..."
Ысынлап та, нимә булды был: миражмы, параллель донъямы?


Вернуться назад