Йыл гаиләһе
Өфө районының Шамонин ауылында йәшәгән Әҙеһәмовтар йортонан йыр-моң өҙөлмәй тиерлек. Ғаилә башлығы Юнир ҡурайҙа, гитарала матур итеп уйнай һәм йырлай, ҡатыны Зилә лә – сәнғәткә ғашиҡ кеше.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәндәй, Әҙеһәмовтарҙың ҡыҙҙары ла, бәләкәс кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, әле үк һәр концертты йәмләр әҙер артист. Кәрәк икән, тыпырҙатып бейейҙәр, моңло итеп йырлайҙар. Күптән түгел Әҙеһәмовтар «Йәш ғаилә-2013» бәйгеһендә «Тамашасы һөйөүе», «Ғаилә йолаларын нығытҡан һәм һаҡлаған өсөн» номинациялары еңеүсеһе булды.
Бирһә, Хоҙай бирә бит һәләтте! Ғаилә башлығы маһир йырсы һәм бейеүсе генә түгел, бына тигән балта оҫтаһы ла. Ул баш ҡалалағы шәхси предприятиеларҙың береһендә эшләй. Ҡулынан килмәгән нәмә юҡ. Ә Зилә – үҙҙәренең ауылындағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе, уңған ҡатын, бына тигән хужабикә. Ҡыҙҙары Шамонин урта мәктәбендә белем ала: Айгүзәл – V, Лилиә – IV класта. Буш ваҡыттарында мәктәптәге төрлө түңәрәккә йөрөйҙәр. Кескәй Әлфиәгә – өс йәш, балалар баҡсаһына йөрөй. Бәләкәс кенә булһа ла, апаларынан ҡалышмай, йырлай ҙа, бейей ҙә, кәрәк икән, һүрәтте лә сынъяһау итеп төшөрөп ҡуя.
Буш ваҡыттарында Әҙеһәмовтар үҙҙәре өсөн бәләкәй генә «концерт» ойоштора. Атай кеше ҡурайҙа уйнай. Уға, үҙе әйтмешләй, кәләшбикәһе моңло тауышы менән ҡушыла. Ҡыҙҙары ла ата-әсәһенән ҡалышмай, бейергә төшөп китә. Бына шунда ул Әҙеһәмовтар ғаиләһенең бәхетле йәшәү сере!