"Берҙәм булмаһаҡ, еңә алыр инекме?"20.12.2013
"Берҙәм булмаһаҡ, еңә алыр инекме?"Йыл патронат ғаиләһе

Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләрҙе киләсәк тормошобоҙ өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә йөкмәгән ҡаһарман тиергә мөмкин.
Дәүләт тә уларҙы даими хәстәрләй, төрлөсә дәртләндереп тора. Быйыл республикалағы опекун һәм патронат ғаиләләр араһында уҙған бәйге лә — ошоға дәлил. Бындай сара төбәгебеҙҙә бишенсе тапҡыр уҙғарылды. Тәүге туры, ғәҙәттәгесә, район-ҡалаларҙа ойошторолдо. Һайлап алынғандар республика кимәлендә көс һынашып, араларынан 24-е финалға сыҡты. "Минең ғаиләм", "Аҡыллы ғаилә — уңайлы йорт", "Талантлылар бер ҡыйыҡ аҫтында", "Ижади ғаилә оҫтаханаһы" һәм башҡа конкурстарҙа отҡорлоғон, маһирлығын, берҙәмлеген күрһәткән улар.
— Ярышта балаларҙың күтәренке кәйефтә ҡатнашҡанын күреү айырыуса ҡыуаныслы булды: ихласлыҡ ата-әсәлеләргә генә хас, — тине еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов. — Бындай конкурстар иһә изге эштең әһәмиәтен бермә-бер күтәрә.
Тармаҡ етәксеһе әйтеүенсә, республикала балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр йылдан-йыл кәмей. Мәҫәлән, йыл башында улар бер меңдән ашыу булһа, әле был һан 800 тирәһенә төшкән.
Конкурста тәүге урын өс ғаиләгә — Хәйбулла районынан Татьяна һәм Петр Мартенстарға, Бәләбәй ҡалаһынан Людмила Кортюковаға, Стәрлетамаҡ районынан Рәзимә һәм Рәшит Сәләхетдиновтарға — тапшырылды. Улар республика Президенты Указына ярашлы 100-әр мең һумлыҡ премияға һәм Мәғариф министрлығының I дәрәжә дипломына лайыҡ булды.
— Алты балабыҙ бар: өсәүһе — үҙебеҙҙеке, ҡалғандарын патронат тәрбиәгә алдыҡ, — тине Стәрлетамаҡ районынан Рәзимә Сәләхетдинова. — Барыһын да тигеҙ күреп тәрбиәләйбеҙ, һәләттәрен асырға, тормошҡа әҙерлекле итеп үҫтерергә тырышабыҙ. Бер-беребеҙ менән аңлашып, дуҫ-татыу йәшәйбеҙ: шулай булмаһа, ошондай конкурста еңеп сығырға көс таба алыр инекме?!


Вернуться назад