Йыл һөйөнөсө
Район үҙәгенең өр-яңы Завод биҫтәһендә тормош ҡайнай. Шәхси йорттар төҙөү өсөн биләмәнең былтыр ғына бүленеүенә ҡарамаҫтан, Түбәнге Йәркәйҙә "Баланың һәләтен үҫтереү үҙәге — балалар баҡсаһы" муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы асылды.
Ауылды комплекслы үҫтереү маҡсатындағы федераль программаға ярашлы барлыҡҡа килгән биҫтәлә йәшәү өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Бынамын тигән юлдар ҙа, һыу, газ, электр уты ла ваҡытында өйҙәргә киләсәк. Үҙенең заманса мәктәбе, балалар комбинаты булыуы менән дә ғорурлана яңы биҫтә халҡы.
Был микрорайонда йәш ғаиләләр ифрат күп. 25 йәшлек Гөлсинә Ямалова, ире эштә булһа ла, береһенән-береһе кесерәк өс ҡыҙын етәкләп, бер йәшлек Вилданды күтәреп, баҡса асылыу тантанаһына килергә баҙнат иткән. "Ошондай күңелле, көтөп алған саранан ситтә ҡалып буламы ни? Дүрт баламдың ошо гүзәл йортҡа йөрөйәсәген, компьютерҙы үҙләштерәсәген, мәктәпкә әҙерләнәсәген күҙ алдына килтереп ҡыуанам", — ти ул.
Район хакимиәте етәкселәренең ныҡышмаллығы, тәүәккәллеге бушҡа китмәгән: 110 балаға иҫәпләнгән үҙәк ғәҙәти баҡса ғына түгел — ул тәүлегенә 12 сәғәт эшләйәсәк. Кескәй илештәр инглиз телен, компьютер серҙәрен башҡа тиҫтерҙәренән иртәрәк өйрәнәсәк, музыка дәрестәренә, балалар сәләмәтлеген нығытыуға ҙур иғтибар биреләсәк.
Төҙөлөш сифатының юғарылығы, һәр эштең ихлас, еренә еткерелеп башҡарылыуы күҙгә салынмай ҡалмай. Матурлау, биҙәкләү эштәрен теүәлләүсе прораб Вадим Мәсәлимов әйтеүенсә, төҫтәрҙе һайлағанда ла заказсы менән кәңәшләшкәндәр. "Кескәйҙәр йортон сафҡа индереү — үтә яуаплы хеҙмәт ул, — ти йәш төҙөүсе. — Һәр биҙәк, һәр буяу кәйефте күтәрергә тейеш".