Хакимиәттән — автомобиль20.12.2013
Йыл хәстәрлеге

Күмертауҙағы күп балалы Күскилдиндар ғаиләһенә урындағы хакимиәт башлығы Борис Беляев 13 урынлыҡ "ГАЗель" автомобиле асҡысын тапшырҙы. Уны алыуға аҡса Социаль программаларҙы үҫтереү республика фондынан бүленде.
Күскилдиндарҙың ҙур ғаиләһендә — 10 бала. Иң оло ҡыҙҙарына — 21, иң кесеһенә — ни бары 11 ай. Ғаилә башлығы Насир Күскилдин Башҡорт республика гимназия-интернатында тәрбиәсе булып эшләй, ҡатыны Оксана — хужабикә. 2002 йылда Оксана Күскилдина "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнгән.
"ГАЗель" асҡысын тапшырып, Борис Беляев ғаиләгә уңыштар, хәүефһеҙ сәфәрҙәр теләне.
— Был матур ғаиләлә ата-әсә ныҡышмал, тәүәккәл, автомобиль алыу өсөн улар үҙҙәре лә ҙур тырышлыҡ һалды. Ҡала хакимиәте бер нисә социаль программаны тормошҡа ашыра, ләкин, улар менән бер рәттән, аныҡ ғаиләгә ярҙам күрһәтеү кеүек изге акцияларға ла урын булырға тейеш, — тине хакимиәт башлығы.


Вернуться назад