Һыу эсендә йөрөп таратты20.12.2013
Һыу эсендә йөрөп тараттыЙыл почтальоны

Почтальон ҡар-буранда ла, ямғырҙа йәки томра эҫелә лә юлда. Эйе, хат ташыусының хеҙмәте еңелдән түгел. Халыҡ гәзит-журналға яҙылмай тип күпме генә уфтанһаҡ та, матбуғат баҫмаларын даими алдырыусылар бар. Бигерәк тә ауылда йәшәүселәр хат ташыусыны һәр саҡ түҙемһеҙләнеп көтә.
Әбйәлил районының Ишбулды ауылы халҡы Гөлбикә Хәлисованы яҡшы яҡтан ғына телгә ала. 1992 йылдан бирле почта хеҙмәтендәге Гөлбикә Рәшит ҡыҙы — үҙ эшенең оҫтаһы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдә барған ҡулайлаштырыу “елдәре” был өлкәне лә урап үтмәй — күп урындарҙа штат ҡыҫҡартыла, шуға күрә ҙур ауылдарҙа ла берәр генә хеҙмәткәр тороп ҡала.
— Мин Хәлил ауылының өс урамында һәм Ишбулдыла гәзит-журнал таратам. Эш еңелдән түгел. Хәлил менән Ишбулды араһы — өс километр, шуны аҙнаһына өс тапҡыр йәйәүләп үтергә тура килә. Бигерәк тә ҡыш көндәре ауыр, — ти Гөлбикә Рәшит ҡыҙы.
Элек хат ташыусының сумкаһы гәзит-журналдан һығылып торҙо, хәҙер иһә, көнкүреш тауарҙары ла өҫтәлгәс, бигерәк ауыр. Әммә эшенә яуаплы ҡараусылар ауырлыҡтан ҡурҡмай. Быйыл Әбйәлил районында көслө ямғыр яуыу сәбәпле йылғалар ташып, Ишбулды ауылы ла һыу эсендә ҡалды. Шуныһы һоҡландыра: ташҡын осоронда хат ташыусы Гөлбикә Хәлисова һынатманы, һыу кисеп булһа ла, халыҡҡа гәзит-журнал таратты. Ябай ауыл ҡатынының тәүәккәллеге хайран итерлек бит!
Ишбулды мәктәбе уҡытыусылары “Коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһында йыл да әүҙем ҡатнаша, быйыл да берҙәм яҙылдылар. Шуға күрә Гөлбикә Хәлисованың сумкаһы һәр саҡ тулы. Әйткәндәй, егәрле дуҫыбыҙ “Башҡортостан” гәзитен 55 кешегә яҙҙырып өлгөргән. “Афарин”дан башҡа ни әйтәһең!
Киләһе йылда Гөлбикә Хәлисова кеүек хат ташыусылар күберәк булһын ине.


Вернуться назад